Сәләмәт булайыҡ
10 Декабрь 2020, 20:30

"Пандемия тормош пландарыма үҙгәрештәр индерҙе"

Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгендә эшләгән, коронавирусҡа ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында булған сираттағы замандашыбыҙ менән таныштырабыҙ.

Билдәле булыуынса, 16 ноябрҙән баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге эшләй. Унда хеҙмәт иткән, коронавирусҡа ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында булған сираттағы замандашыбыҙ менән таныштырабыҙ.
Башҡортостан дәүләт медицина университеты ординаторы, буласаҡ хирург Артур Арыҫланов та Ковидҡа ҡаршы үҙәктә эксперт ролен үтәй.
– Ҙурыраҡ көсөргәнеш, әлбиттә, операторҙарға төшә. Әммә кешеләр табип фекерен, кәңәшен ишетеүгә лә бик мохтаж. Әгәр ҙә мәсьәлә медицина өлкәһенә ҡағыла икән, беҙ ярҙамға ашығабыҙ. Шуныһын һыҙыҡ өҫтөнә алам: эксперттар телефон аша дауалау ысулын билдәләмәй, ә тәүге сиратта пациенттың хәл-торошон белешә, сир билдәләрен аныҡлай.
Паника, борсолоу кеүек күренеш булған осраҡта, тынысландырырға, дауаланыуҙы ниҙән башларға кәңәш итә. Эйе-эйе, ковид инфекцияһы таралған шарттарҙа беҙ ярты йыл йәшәһәк тә, кешеләрҙә вирустан ҡурҡыу тойғоһо бик көслө.
Дауалау ниңә ошолай, ни эшләп шундай дарыуҙар яҙҙылар, ошо процедура кәрәк инеме – аңлатыуҙы талап иткән һорауҙар бик күп. Поликлиника селтәрҙәре лә был йәһәттән ҙур көсөргәнеш кисерә, шуға ла беҙҙең үҙәк был йәһәттән халыҡҡа оло ярҙам күрһәтә тип уйлайым. Көн һайын медицина эксперттары ғына меңдән ашыу самаһы мөрәжәғәткә яуап бирә. Ә башҡа һорауҙарҙы ла иҫәпкә алғанда, мәрәжәғәттәр һаны ун меңгә етеп килә.
Пандемия минең тормош пландарына ла үҙгәрештәр индерҙе. Ковидҡа ҡаршы үҙәктә эшләү – оло тәжрибә, бер нисә мәсьәләне бер юлы хәл итергә, кешеләр, етәкселәр менән аралашырға өйрәткән ғәмәл, – Артур Арыҫланов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ярҙамға мохтаждар "ҡыҙыу бәйләнеш" телефонына шылтырата ала:
8-800-201-89-03.
Унан тыш, коронавирусҡа бәйле хәл буйынса дистанцияла консультация, көнүҙәк һорауҙарға яуаптар алам тиһәгеҙ, Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгенә иртәнге 8-ҙән киске 20 сәғәткә тиклем шылтыратырға мөмкин:
8(347) 218-19-19.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.
Читайте нас