Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 149 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 15 859-ға етте. Һауыҡҡандар – 12 911 (һуңғы тәүлектә 104 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 97.
Һуңғы тәүлектә тағы ике кеше вафат. Береһе – Октябрьский ҡалаһынан, 1951 йылғы, гипертониянан, хроник бронхиттан яфаланған. Икенсеһе – Ғафури районынан 1965 йылғы ир, уның тураһында башҡа мәғлүмәт юҡ.
Республика стационарҙарында – 681 (шул иҫәптән 46 кеше ауыр хәлдә, 13-ө үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 2170 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 820 511 тикшереү үткәрелгән, һуңғы тәүлектә – 11 325.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 408 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 402 пациент дауахананан сығарылған.