Сәләмәт булайыҡ
11 Декабрь 2020, 08:30

Шатуновҡа коронавирус йоҡһа, ул...

"Ласковый май"ҙың икенсе солисы яңыраҡ ҡына үпкә сиренән һәләк булғайны...

Коронавирус башҡа хроник сирҙәре, һаулыҡ менән проблемалары булған кешеләргә хәүефле икәнлеген күптәр аңланы. Һау кеше вирусты еңел генә үткәреп ебәрә ала, ә бына сирлеләр өсөн эҙемтәләренең ҡурҡыныс булыуы ихтимал.
“Ласковый май” төркөмө продюсеры Андрей Разин коллективтың элекке солисы Юрий Шатунов өсөн ҡурҡыуын белдергән. Уның фекеренсә, әгәр Юра коронавирус йоҡторһа, ул үләсәк. Яратҡан йырсыбыҙға ни бары 47 генә йәш. Тик эш уның насар ғәҙәттәрендә икән.
Андрей Разин белдереүенсә, Шатуновтың һаулығы хөрт кенә икән. Ул төркөмдөң икенсе элекке солисы Александр Приконың яҙмышын ҡабатлауы ихтимал. Ул да күптән түгел һәләк булған. Симптомдары буйынса бөтәһе лә уны ковидтан үлгән тип иҫәпләй, аҙаҡ иһә үпкәһендә онкология булғаны асыҡлана.
– Юрий Шатунов әле хәүеф төркөмөндә, уның үпкәһе бик хөрт. Әгәр коронавирус йоҡтора икән, 100 процент ул Приконың яҙмышын ҡабатлаясаҡ. Александр туғыҙ йәшенән тәмәке тартҡан, Юра – алты йәшенән башлаған һәм туҡтамай. Минеңсә, уның үпкәһенән бер нимә лә ҡалмағандыр, – ти Ризани.
Билдәле булыуынса, Шатунов менән Разиндың мөнәсәбәттәре әллә ҡасандан боҙолған. Тик продюсер унан дуҫлашыу аҙымы көтә. Һәм ысынлап уның һаулығы өсөн борсолоуын белдерә.
Фото: nevnov.ru
Читайте нас