Билдәле булыуынса, 16 ноябрҙән баш ҡаланың “Торатау” Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге эшләй.
Үҙәктең төп маҡсаты – медицина хеҙмәткәрҙәре иңенә ятҡан йөктө кәметеү, халыҡҡа консультатив ярҙам күрһәтеү.
Коронавирус пандемияһы тормоштоң һәр тармағына үтеп инде. Эшләп йөрөүселәр, йәштәр яңы шарттарға тиҙерәк ҡулайлашһа, оло йәштәгеләр иһә был осорҙа айырыуса иғтибар һәм хәстәр талап иткән граждандар категорияһына инде: беренсенән, улар коронавирус йоғоу йәһәтенән хәүеф төркөмөнә ҡараһа, икенсенән, ололарға ошо шарттарҙа донъяуи мәсьәләләрҙе хәл итеү күпкә ҡатмарлыраҡ.
Шуныһы ла мәғлүм: Башҡортостанда 10 ноябрҙән 65 йәштән өлкәнерәк йәштәгеләр өсөн ҡурсаланыу режимы индерелде. Әлеге осорҙа улар өйҙә ултырырға тейеш, 11 сәғәттән 13 сәғәткә тиклем билдәләнгән ваҡыт арауығында ғына урамға сығырға мөмкин: ике сәғәт эсендә магазинға, дарыуханаларға һәм башҡа тормош ихтыяжы булған урындарға бара алалар. Бынан тыш, мотлаҡ битлек кейеү режимы һаҡлана.
Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгендә оло йәштәгеләрҙән шылтыратыуҙар күп һәм операторҙар уларға һәр саҡ ярҙамға ашыға, күңел йылылығын бүлергә, тынысландырырға ла өлгөрәләр.
Таисия Варфоломеева баш ҡалала йәшәй, уға 82 йәш. Уның бер бөртөк улы сит төбәктә төпләнгән, эргә-тирәлә яҡын туғандары ла юҡ. Ҡайһы саҡта күршеләре ярҙам ҡулын һуҙһа ла, оло йәштәге инәй үҙ проблемаларын һәр саҡ үҙе хәл итеп өйрәнгән.
Пандемия алдынан уға онкология буйынса диагноз ҡуйғандар, ул, аяҡтары ауыртһа ла, анализдар тапшырған, операцияға әҙерләнгән. Әммә дауаханаларҙың эш режимы һәм эшләү рәүеше пандемияға бәйле үҙгәргәс, ул ваҡытында табипҡа яҙыла алмай йонсоған. Етмәһә, үҙаллы ҡурсаланыу режимында йыш урамға ла сығып булмай.
Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгенә шылтыратҡас, сәләмәтлеге өсөн ныҡ борсолған Таисия Ивановнаны операторҙар тынысландырған һәм уның был осорҙа яңғыҙ түгеллеген билдәләгән. Уға онкология үҙәгенә табипҡа яҙылырға тәҡдим иткәндәр һәм ихтыяж тыуғанда, ирекмәндәр ярҙамға ашығасағын белдергәндәр.
“Күңелемә тынысыраҡ булып ҡалды, атыу ҡайҙа шылтыратып нимә белешергә икән тип аптырабыраҡ тора инем. Шул тиклем ихлас тыңланылар, табипҡа яҙҙырғас, ҡабат шылтыратып хәбәр иттеләр”, - ти оло йәштәге кеше.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ярҙамға мохтаждар "ҡыҙыу бәйләнеш" телефонына шылтырата ала:
Унан тыш, коронавирусҡа бәйле хәл буйынса дистанцияла консультация, көнүҙәк һорауҙарға яуаптар алам тиһәгеҙ, Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгенә иртәнге 8-ҙән киске 20 сәғәткә тиклем шылтыратырға мөмкин: