Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙең 85 төбәгендә яңы коронавирус инфекцияһының 20 080 осрағы теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта 20 277 ауырыуҙың сирҙе еңеүе асыҡланған. Үлем осраҡтары – 488. Был хаҡта оператив штаб хәбәр итә. Шуның менән бергә илдә өс көн рәттән коронавирус инфекцияһының уртаса таралыу коэффициенты 1-ҙән түбән тәшкил итә. Мәскәүҙә был күрһәткес юғары – 4.
Башҡортостанда тәүлек эсендә сирҙе йоҡторғандар һаны 151-гә артып, бөтәһе 16 163 кешегә етте. 24 ауырыу һауыҡҡан. Сирҙе еңгән пациенттар һаны 13 042 тәшкил итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был тәүлектә лә вирус ҡорбандары өсәүгә артҡан. Һәләк булғандар һаны 103-кә етте. Уларҙың туғандарына, яҡындарына сабырлыҡ теләйбеҙ.
Республиканың оператив штаб мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле 750 ауырыу стационарҙарҙа, 2268 кеше өйҙәрендә дауалана. Үҙегеҙҙе лә, яҡындарығыҙҙы ла һаҡлағыҙ, мөмкин булған гигиена сараларын теүәл үтәргә тырышығыҙ.