Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ял көндәрендә коронавирус инфекцияһынан һәләк булған алты пациент тураһында хәбәр итте.
12 декабрь мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 62 йәшлек өфөлө сирҙе еңә алмаған. Уның беренсе дәрәжә һимереү, мейенең киҫкен ҡан әйләнеше боҙолоуы сирҙәренә дусар булыуы билдәле. Бүздәктә йәшәгән 88 йәшлек ирҙә гипертония, бөйөр тамырҙары атеросклерозы, йөрәк ишемияһы булыуы асыҡланған. 80 йәшлек өфөлөнөң хәлен хроник бронхит, аорта атеросклерозы, хроник йөрәк ишемияһы, пиолонефрит ҡатмарлаштырған.
13 декабрҙә коронавирус йәнә Өфөлә йәшәгән өс кешенең ғүмерен өҙҙө. Нодуляр лимфома менән сирләгән 36 йәшлек ир сирҙе еңә алмаған. 84 йәшлек өлкән кешенең байтаҡ сирҙәр менән ауырыуы билдәле: кардиосклероз, хроник пиолонефрит, яман шеш... 57 йәшлек ҡатындың хроник сирҙәре лә коронавирус менән көрәштә ҡамасаулаған.
Вирус ҡорбандарының яҡындарына ныҡлыҡ, сабырлыҡ теләйбеҙ.