Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында заманса компьютер томографы эш башланы. Ул республика бюджеты аҡсаһына һатып алынған. Дауахананың баш табибы Әлиә Зөлҡәрнәева әйтеүенсә, элекке аппарат 2013 йылда алынған булған.
Яңы аппаратта эшләү өсөн белгестәр әҙерлек үткән. Бөгөн Баймаҡ районына эш сәфәре менән килгән республика етәксеһе Радий Хәбиров дауахана эшмәкәрлеге менән танышты.
- Беҙ, ысынлап та, Баймаҡ районында медицина тармағын нығыта башланыҡ. Яңы компьютер томографы кабинеты - планлаштырылған эштәрҙең бәләкәй генә өлөшө. Яҙ еткәс, балалар поликлиникаһы төҙөлөшөн башлаясаҡбыҙ. Был йылдағы хеҙмәттәре өсөн табиптарға ҙур рәхмәт! Йыл беҙҙең өсөн бик ауыр булды. Киләсәктә бөтәһе лә яҡшы булырына ышанам, - тине Радий Хәбиров, дауахана хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеп.
Нур диагностикаһы бүлексәһе мөдире Жанна Солтанова әйтеүенсә, яңы аппарат тикшеренеүҙәргә сиратты кәметкән, йүнәлтмә менән килгәндәр шул көндә үк уларҙы үтә ала. Дауаханала 222 урынға иҫәпләнгән тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационар бар. Көндөҙгө стационар 108 пациентты хеҙмәтләндерә ала, поликлиника сменаһына 520 ауырыуҙы ҡабул итә. Бынан тыш, балалар консультацияһы эшләй. Ошонда уҡ эпидемиологик хәлгә мониторинг үткәргән COVID-19 колл-үҙәк урынлашҡан. Районда коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 222 осрағы теркәлгән.
Быйыл шулай уҡ Түбәнге Иҙрис һәм Ярат ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары биналарын капиталь ремонтлау тамамланды. Ишбирҙе ауылында модулле пункт урынлаштырылды. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, район ПАЗ автобусы базаһындағы күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты алды. Тәүге звено хеҙмәткәрҙәре өсөн 48 ноутбук, 11 планшет алынды, ике эш урынына иҫәпләнгән рентген-диагностика комплексы эш башланы, ә ноябрҙә районға ике санитар автомобиль тапшырылды.