Сәләмәт булайыҡ
16 Декабрь 2020, 16:00

56 кеше ауыр хәлдә...

Һуңғы тәүлектәге мәғлүмәттәргә ҡарағанда, республикала коронавирус һәм пневмония буйынса күрһәткестәр ниндәй?

Коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү буйынса мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһынмаған кеше юҡтыр. Пандемия һәр беребеҙҙең тормошона үтеп инеп, ҡатмарландырыуын, хәүефтә тотоуын дауам итә.
Үкенескә ҡаршы, әлегә яҡшы хәбәрҙәр менән ҡыуандыра алмайбыҙ. Бөтә өмөт – вакцинациялауҙа.
16 декабргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, республикала тәүлек эсендә йәнә 157 кешенең сирҙе эләктергәне асыҡланды. Шулай итеп, инфекцияны йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 16 629 тәшкил итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс ауырыу вафат булған. Вирус ҡорбандары хәҙер – 111. Пневмония осраҡтары тәүлек эсендә 396-ға артҡан.
Әле стационарҙарҙа 795 пациент дауалана, 2 351 ауырыу – амбулатор шарттарҙа. 56 кеше ауыр хәлдә, 12 ауырыу үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тәүлектә 226 пациент һауыҡҡан.
Барығыҙҙы ла эпидемиологик талаптарҙы үтәргә саҡырабыҙ.
Фото: 9111.ru
Читайте нас