Сәләмәт булайыҡ
17 Декабрь 2020, 15:45

“Яңы йылды беҙҙең менән  ҡаршыламағыҙ”

Уларҙың да ғаиләләре, балалары, яҡындары бар, тик күп ваҡытта байрам итергә мөмкинлектәре юҡ...

Республикабыҙ табиптары “Яңы йылды беҙҙең менән ҡаршыламағыҙ” хештегы аҫтында Бөтә Рәсәй флешмобында ҡатнашты. Ошондай алым менән улар Кубань медицина хеҙмәткәрҙәренә теләктәшлек күрһәтмәксе булды.
Табиптар, акцияға ярашлы, граждандарҙы байрам көндәрендә йорттарында, ғаиләһе янында ял итергә саҡыра. Коронавирус инфекцияһынан һаҡланыуҙа был тәьҫирле сара буласаҡ, тип күҙаллана. Флешмобта Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник, Нефтекама, Күмертау, Туймазы ҡала дауаханалары ҡатнашҡан.
Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы баш табибы әйтеүенсә, Яңы йыл корпоративтарына йөрөү-йөрөмәү, өйҙә йәки ҡунаҡта үткәреү мәсьәләһен һәр кем үҙе хәл итә. “Тик улар көн һайын пациенттар ғүмере өсөн алһыҙ-ялһыҙ көрәшкән аҡ халатлылар тураһында ла онотмаһын ине. Медицина хеҙмәткәрҙәренең дә ғаиләләре, балалары, яҡындары бар, тик уларҙың күп ваҡытта байрам итергә мөмкинлеге юҡ. Республикала коронавирус таралыуын тотороҡландыра алһаҡ та, эш бик күп һәм ҡатмарлы. Сирҙе еңеү өсөн бөтәбеҙҙең дә тырышлығы кәрәк. Хеҙмәттәштәремә түҙемлектәре, профессионаллектәре өсөн рәхмәт әйтеүҙән туҡтағаным юҡ. Бөтәбеҙ ҙә арыныҡ, шулай ҙа вирусты оҙаҡламай еңәсәгебеҙгә ышанам”, - тине етәксе.
Фото: vk.com
Читайте нас