Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһынан вафат булғандар йәнә өс кешегә артты. Шулай итеп, пандемия башланғандан алып вирус ҡорбандары 117-гә етте.
Тәүлек эсендә сирҙе йоҡтороу осрағы 159 кешелә раҫланған. Инфекция эләктергәндәрҙең дөйөм һаны 16 944 тәшкил итә. Ковид-госпиталдәрҙә әле 850 пациент дауалана. 60-ы ауыр хәлдә, 15 ауырыу үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа дауаланғандар ҙа арта - 2 444 кешегә етте. Тәүлектә 69 ауырыу һауыҡҡан.
Пневмония буйынса хәл көсөргәнешле булып ҡала. Тәүлектә ул 412 кешелә раҫланған һәм 402 ауырыу һауыҡҡан.