Сәләмәт булайыҡ
18 Декабрь 2020, 09:31

Вакцинация башланды

4 декабрҙә республикаға Гамалея фәнни-тикшеренеү үҙәге етештергән ике компонентлы Гам-КОВИД-Вак векторлы вакцинаһының 1200 дозанан торған партияһы килтерелгәне һәм 9 декабрҙә төбәктә коронавирустан вакцинация башланыуы тураһында хәбәр иткәндәр ине.

4 декабрҙә республикаға Гамалея фәнни-тикшеренеү үҙәге етештергән ике компонентлы Гам-КОВИД-Вак векторлы вакцинаһының 1200 дозанан торған партияһы килтерелгәне һәм 9 декабрҙә төбәктә коронавирустан вакцинация башланыуы тураһында хәбәр иткәндәр ине.


Иммунизациялау ирекле формала үткәрелә. Тәүге сиратта республиканың 24 медицина һәм мәғариф ойош­маһы хеҙмәткәрҙәренә прививка эшләнәсәк.


Вакцина үҙәкләштерелгән федераль ойошманан барлыҡ һаҡлау һәм логистик талап­тарҙы үтәп килтерелгән. Тейе­шенсә йыһазландырылған Башфармация (Госаптека) ойош­маһы складында буша­тыл­ғандан һуң, вакцинация пункттарына барлыҡ һалҡын­лыҡ шарттарын һаҡлап етке­релгән.


Вакцинация алдынан терапевт тикшерә. Вакцина өс аҙна интервал менән ике этапта яһала. Беренсе прививканан һуң гумораль иммунитет барлыҡҡа килә, йәғни һаҡ­лаусы антиматдәләр хасил була. Икенсеһен яһағандан һуң һөҙөмтә нығытыла, тото­роҡло һәм оҙайлы күҙәнәк кимәлендәге иммунитет бар­лыҡҡа килә.


Вакцина 18-ҙән 60 йәшкә тиклемгеләргә эшләнә. Ауырлы һәм бала имеҙеүсе ҡатын­дарға яһалмаясаҡ. Был сикләү, ғөмүмән, барлыҡ дарыуҙар, иммунобиологик препараттар өсөн дә хас.


Унан тыш, вакцина киҫкен инфекция сиренә дусар бул­ғандарға, хроник ауырыуҙары киҫкенләшкәндәргә, вакцина компоненттарына гиперһиҙ­герлек күрһәткәндәргә эшлән­мәйәсәк. Беренсе компоненттан һуң ҡатмарлыҡтар тыуһа, икенсе компонент шулай уҡ яһалмаясаҡ.


Вакцинация үткәргәндә пациент анкета тултыра, иҫкәрт­мә бирелә (өс көн прививка урынына һыу тейҙерергә, мун­саға, саунаға барырға, ал­когол­ле эсемлек ҡулланырға ярамай).
Читайте нас