Сәләмәт булайыҡ
18 Декабрь 2020, 12:30

Йәшәү рәүешенә әйләнһен!

Быйылғы "Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында Баймаҡтың - 89, Бөрйәндең 34 ауылы ҡатнашҡан. Ҡалған райондарға килгәндә...

Эскелек – афәт. “Йәшел йылан”дың ғаиләгә, йәмғиәткә килтергән зыяны, фажиғәләре хаҡында бөтәбеҙ ҙә хәбәрҙарбыҙ. Шул уҡ ваҡытта, эскелек проблемаһы, уның менән нисек кенә көрәшмәһендәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман көнүҙәк булып ҡала.
Заманында “ҡоро закон” индереп тә ҡаранылар, әммә алкоголле эсемлектәрҙе ҡәтғи рәүештә тыйып ҡына әллә ни һөҙөмтәгә өлгәшеп булмағанға ла инандыҡ. Бының сере ябай: йәшәү рәүешен, үҙеңдең һәм яҡындарыңдың яҙмышын билдәләү бары үҙебеҙҙән тора.
Ошо хаҡта “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһен ойоштороу һәм үткәреү буйынса комитеттың сираттағы ултырышында ла әйтелде. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, төрлө район вәкилдәре ҡатнашты.
“Айыҡ ауыл” конкурсы республика өсөн яңылыҡ түгел: бынан бер нисә йыл элек йәмәғәт ойошмалары башлап ебәргән сара ошо йылдар эсендә үҙен һөҙөмтәле һәм ыңғай башланғыс итеп танытты, кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу, дәрт-дарман, хуплау уятты. Бәйгенең маҡсаты бер - кешеләрҙең күңелендә үҙенең һәм яҡындарының һаулығына ҡарата иғтибар тыуҙырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыу.
Атап әйткәндә, “Айыҡ ауыл” республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән конкурс тергеҙелде.
Быйыл Башҡортостан Хөкүмәтенең 22 июнендәге ҡарарына ярашлы, эскелеккә ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм урындағы үҙидара органдарының сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында сираттағы “Айыҡ ауыл” конкурсы старт алды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, 2020 йылдағы сара тағы ла күберәк ауылдарҙы йәлеп иткән: йәмғеһе 2114 ғариза килгән. Конкурс һөҙөмтәләре ауыл-ҡасабаларҙағы халыҡ иҫәбенә ҡарап, төрлө категорияларҙа 12 еңеүсе билдәләнәсәк.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова конкурстың барышы менән аныҡлабыраҡ таныштырҙы, ауыл-ҡасабаларҙа үткән үҙенсәлекле сараларҙың күп булыуын билдәләне.
Мәғлүм булыуынса, 30 ноябрҙә бәйгенең муниципаль этабы тамамланған, 1 - 7 декабрҙә республика этабында ҡатнашыусыларҙан ғаризалар ҡабул ителгән.
Эльвира Ринат ҡыҙы шулай уҡ быйыл халыҡтың юғары әүҙемлеген билдәләне, муниципаль этапта һәр райондан еңеүсе бар, тине. Ҡатнашыусыларға килгәндә, конкурстың муниципаль этабында Баймаҡ районының - 89, Бөрйәндең 34 ауылы ҡатнашҡан. Был – абсолют рекорд. Шул уҡ ваҡытта Асҡын, Әлшәй, Тәтешле, Шаран, Илеш, Нуриман, Дыуан, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Ҡыйғы райондары ауылдарының 60 проценттан ашыуы ҡатнашҡан.
"Конкурстың төп маҡсаты - кешеләрҙең йәшәү рәүешен формалаштырыу. Әлеге ваҡытта йәмәғәтселек әүҙемлеге күтәрелгәнен күҙәтәбеҙ. Был проект ошо ынтылышты арттырыуға йүнәлтелгән. Айыҡ тормош эсеүҙе ташлау тигәнде генә аңламай, ул – сәләмәт йәшәү рәүеше, йәмғиәттәге әүҙемлек, мәшғүллек, ғөмүмән, тормошҡа айыҡ ҡараш", – тине Эльвира Айытҡолова.

Еңеүселәргә Башҡортостан Хөкүмәте дипломдары, шулай уҡ Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь министрлығының, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының ауыл-ҡасабаларҙы төҙөкләндереү программаларында ҡатнашыу хоҡуғы биргән сертификаттар тапшырыласаҡ.
Конкурсты ойоштороу буйынса саралар Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Бәйге барған осорҙа халыҡ араһында алкоголле эсемлектәрҙе, тәмәкене ҡулланыуға, рекламалауға ҡаршы аңлатыу эштәре алып барыла, алкоголь, тәмәке, наркотиктар ҡоллоғона эләккән кешеләргә аныҡ ярҙам күрһәтелә, шулай уҡ спиртлы эсемлектәрҙең һәм башҡа зарарлы матдәләрҙең файҙалы яҡтары булыуы тураһындағы уйҙырмаларҙы, ҡалыптарҙы инҡар итеү йәһәтенән мәғлүмәти аңлатыу эштәре алып барыла, сәләмәтлек, һаулыҡ һаҡлау темаларына төрлө саралар ойошторола.
Күптән түгел иһә, 10-11 декабрҙә, “Айыҡ ауыл-2020” республика конкурсы нигеҙендә халыҡҡа психотерапевт, нарколог һәм психолог кеүек белгестәрҙең һөнәри ярҙамын күрһәтеү өсөн “ҡыҙыу бәйләнеш” ойошторолдо, республика халҡы уларҙан башҡорт, рус телдәрендә бушлай аноним консультациялар алды. Тәүге ошондай “ҡыҙыу бәйләнеш” сентябрҙә ойошторолғайны.
Унан тыш, республиканың мәшғүллек үҙәктәре лә ошо конкурс нигеҙендә халыҡты эшкә урынлаштырыу буйынса аныҡ эштәр башҡара. Мәҫәлән, һуңғы айҙарҙа ғына был йәһәттән йөҙҙәрсә гражданға консультация үткәрелгән, тиҫтәләрсә кеше хеҙмәт урыны тапҡан, мәғлүмәти ярҙам алған.
Ултырышта ҡатнашҡан район вәкилдәре урындарҙа башҡарылған аныҡ эштәр менән таныштырҙы, халыҡтың был сараға етди ҡарауын, күптәрҙең күңелендә йәшәү рәүешен үҙгәртеүгә теләк һәм дәрт-дарман барлыҡҡа килеүен билдәләне.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас