Башҡортостанда эшләгән Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге эшмәкәрлеге тәжрибәһен федераль кимәлдә өйрәнәсәктәр. Был турала бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Камкиндың берлектә үҙәккә килеүе һөҙөмтәһе нигеҙендә Федерация Советының социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Валерий Рязанский белдерҙе.
Билдәле булыуынса, Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге “Торатау” конгресс-холында 16 ноябрҙән эшләй башланы. Операторҙар көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем 218-19-19 телефоны буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итә. Бында кешеләргә коронавирустан өйҙә амбулатор рәүештә дауаланыу, ковидҡа тест һөҙөмтәләрен, бушлай дарыуҙар алыу тәртибе тураһында һәм башҡа мәсьәләләр буйынса консультация бирелә. Көн һайын 15.00 - 17.00 сәғәттәрҙә ковид-госпиталдәрҙә дауаланған туғандар һәм яҡындарҙың хәлен белешергә мөмкин.
16 ноябрҙән 19 декабргә тиклем бында 20 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Үҙәк координаторы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева белдереүенсә, күп һорауҙарҙы ошондағы белгестәр һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына мөрәжәғәт итмәй генә хәл итеүгә өлгәшә. Был беренсел медицина звеноһы ойошмалары эше көсөргәнешен кәметә.
Консультациялар сифатын тикшереү өсөн сенатор Валерий Рязанский бер нисә секунд эсендә “ҡыҙыу линия” телефонына шылтырата алды һәм үҙәк белгесе менән аралашты.
"Стәрлетамаҡта яңы ковид госпитале асҡандан һуң ошо үҙәкте, бында ирекмәндәрҙең, операторҙарҙың нисек эшләүен ҡарарға булдыҡ, – тине министр урынбаҫары Евгений Камкин. – Системаның уңышлы алып барылыуына ышандыҡ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ медицина ярҙамы тотҡарлыҡһыҙ эшләй алһын, кешеләргә ваҡытлы ярҙам күрһәтелһен өсөн бик кәрәк. Еңел булмаған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләйбеҙ!"
Радий Хәбиров үҙәк белгестәренә һөҙөмтәле, кешеләр өсөн бик кәрәкле хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте, уларҙы етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.