Нефтекамаға яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаның тәүге партияһы килде. Әлегә күп түгел: ни бары 30 доза. Әммә был халыҡ сәләмәтлеген хәстәрләү йәһәтенән башҡарыла башлаған ҙур эштең башы ғына.
Сер түгел: халыҡ яңы вакцинаға бер аҙ шикләнеберәк ҡарай. Әлегә иһә прививка социаль өлкәлә эшләгән кешеләргә, уҡытыусыларға, медицина хеҙмәткәрҙәренә яһала.
Нефтекама дауаханаһының реанимация-анестезиология бүлеге мөдире Илгиз Хатипов: “Әле беҙгә “Гам-КОВИД-Вак” вакцинаһы килде. Кешеләр хәүефләнә, әлбиттә, сөнки был бөтәһе өсөн дә яңылыҡ. Әммә әлеге вакцина үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Уйлап ҡарағыҙ: әгәр киҙеүгә (грипп) вакцина булмаһа, бөгөн сир күрһәткестәре бөтөнләй икенсе булыр ине бит! Шуға ла коронавирустан яһаласаҡ прививканан ҡурҡырға ярамай”, – тип белдерҙе.
Табиптар әйтеүенсә, вакцинация күҙәтеү аҫтында башҡарыла. Прививка алдынан мотлаҡ медицина тикшереүе үткәрелә, яһағандан һуң организмдың торошо күҙәтелә.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.