Һуңғы тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһын йоҡтоғандар 157-гә артты. Ауырыуҙарҙың дөйөм һаны 17 101 тәшкил итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар өс ауырыуҙың ғүмерен ҡотҡара алмаған. Шулай итеп, республикала үлем осраҡтары 120-гә етте.
Тәүлектә 150 ауырыуҙың һауыҡҡаны билдәле. Бөтәһе 13 683 кеше сирҙе еңеп сыҡҡан. Әле 815 пациент стационарҙа, 2 483 ауырыу өйҙә дауалана.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә сирҙе 28 209 кеше йоҡторған, 26 меңдән ашыу пациент һауыҡҡан, үкенескә ҡаршы, 585 ауырыу вафат булған.