Сәләмәт булайыҡ
19 Декабрь 2020, 15:00

Владимир Путин коронавирус тураһында

Дәүләт башлығы прививка яһатҡанмы?

Владимир Путиндың быйылғы йыл йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһында һорауҙарҙың күпселек өлөшө коронавирус пандемияһы һәм уның эҙемтәләренә, ғөмүмән, һаулыҡ һаҡлау системаһына бәйле булыуы бер кемде лә аптыратманы.
Владимир Путин белдереүенсә, илдә башҡаса коронавирусҡа бәйле үҙҡурсаланыу режимы индерелмәйәсәк.
– Әлеге кеүек эшләһәк, барлыҡ ҡағиҙәләрҙе үтәп, табиптарҙың санитар талаптарын башҡарһаҡ, беҙгә бер ниндәй ҙә локдаун кәрәк булмаясаҡ, – тине ул.
Ил башлығы фекеренсә, киләһе ярты йыл эсендә илдә ковидҡа бәйле хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тейеш. Ғөмүмән, Владимир Владимирович беҙҙең һаулыҡ системаһының көтөлгәндән күпкә һөҙөмтәлерәк булып сығыуын билдәләне. Ул тиҙ арала мобилләшә алыуын күрһәтте. Мәҫәлән, пандемия башланыу менән илдә 277 мең махсуслаштырылған урын булдырылды, 40 медицина үҙәге төҙөлдө. Билдәле булыуынса, Башҡортостан үтә ҡыҫҡа ваҡытта бер түгел ике ковид-үҙәк төҙөүгә өлгәште. Ковид менән көрәш һыҙатында 150 мең табип эшләй, ә дөйөм алғанда, уларҙың һаны ярты миллиондан ашыу. Тиҙ арала шәхси яҡланыу саралары етештереү башланды, битлектәр тегеү генә 20 тапҡырға артты. Беҙҙең ил коронавирусҡа тестар эшләү һаны буйынса донъяла тәүге өсәү исемлегендә. Ә иң мөһиме – беҙ иң беренсе булып вакцина эшләп сығарҙыҡ һәм етештерә башланыҡ.
Пандемия менән көрәш бер ни тиклем ваҡытҡа һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһы реформаһын кисектерҙе. Ул быйыл 1 июлдә башланырға тейеш ине. Хәҙер 2021 йылдың 1 ғинуарынан старт аласаҡ. Был программа өсөн федераль бюджеттан 500 миллиард һум, төбәк бюджеттарынан 50 миллиард һум аҡса һалынған.
Владимир Путин белдереүенсә, 2021 йылдың башында коронавирустан миллион доза вакцина әҙер буласаҡ. Уны күберәк етештереү өсөн яңы заводтар төҙөргә һәм ҡеүәттәрҙе арттырырға кәрәк.
Журналист Президенттан әле прививка яһатҡанмы, юҡмы икәнлеге тураһында ҡыҙыҡһынды.
– Әлеге ваҡытта препарат граждандарҙың айырым категорияһы өсөн килә. Әле минең сиратым етмәгән. Мин тыңлаусан кешемен. Мөмкинлек булыу менән прививка яһатасаҡмын, – тине Владимир Путин.
Дәүләт башлығы белдереүенсә, вакцина һалдырмау өсөн сәбәп юҡ, ул тулыһынса хәүефһеҙ. Тотош вакцинациялау – коронавирусҡа ҡаршы көрәштә бик кәрәкле сара, тап уның ярҙамында илдә коллектив иммунитет барлыҡҡа килергә тейеш.
Владимир Владимирович белдереүенсә, Рәсәй вакцина менән башҡа дәүләттәргә лә ярҙам итәсәк. Тик был үҙебеҙҙе тәьмин итеүгә ҡамасауламаясаҡ. Сөнки беҙҙең ил вакцина компоненттарын башҡа илдәр майҙансыҡтарында етештерергә йыйына, уларға әҙер вакцина ебәреү булмаясаҡ.
Фото: 123ru.net
Читайте нас