Сәләмәт булайыҡ
20 Декабрь 2020, 10:00

Һуңғы өмөт - Төркиә белгестәрендә...

“Ауырлыҡ менән самолетта килеп еттек, беҙҙе оҙатҡан медицина хеҙмәте яҡшы ярҙам күрһәтте, рәхмәт уларға”.

Табиптар ҙа тимерҙән яһалмаған, улар ҙа ауырый, борсола, ярҙамға мохтаж... Бөрөләге туберкулезға ҡаршы диспансерҙың 57 йәшлек баш табибы үлемесле сир менән көрәшеүен дауам итә. Уға быйыл ҡан яман шеше диагнозы ҡуйыла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауалау һөҙөмтә бирмәй.
Әле Радик Шакиров ҡатыны менән Төркиә клиникаларының береһендә дауалана. Уға елек кимеген күсереп ултыртыу талап ителә.
Быйыл февралдә табип пневмония менән сирләй, бер нисә ай дауаланғандан һуң һауығып эшкә сыға. Тик оҙаҡҡа түгел. Ул үҙен насар тоя башлай, температураһы күтәрелә. Анализдар тапшырғандан һуң ҡаты сиргә юлыҡҡанын аңлай. Тәүҙә Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында, унан Петербург клиникаларының береһендә яңы алымдар менән дауалайҙар, тик хәл яҡшырмай, тип хәбәр итә "Комсомольская правда" порталы.
Һуңғы өмөт - Төркиә клиникаһы белгестәрендә. “Ауырлыҡ менән самолетта килеп еттек, беҙҙе оҙатҡан медицина хеҙмәте яҡшы ярҙам күрһәтте, рәхмәт уларға”, - ти табиптың ҡатыны Гүзәл. Иренең ҡустыһы донор булыу өсөн анализдар тапшырған. Операция ете миллион һумға төшәсәк, сығымдарҙың артыуы ла ихтимал. Шакировтар ғаиләһе үҙҙәренең бәләһенә битараф булмаған, ярҙам иткән һәр кемгә ҙур рәхмәт белдерә. Радик Нурғәле улы 1997 йылдан алып Бөрө туберкулезға ҡаршы диспансерына етәкселек итә. Балаларының икеһе лә табиптар, ейәндәре үҫеп килә. Табип сирҙе еңеүенә өмөтләнә, ул көрәшәсәк! Ғаиләгә ярҙам итергә теләүселәр булһа, яҡындары менән бәйләнешкә инеү мөмкинлеге бар. Табиптың улы Илдар Шакировтың телефоны: 8-986-968-79-02.
Фото: ufa.kp.ru
Читайте нас