Һуңға аҙнала республикала коронавирустан 19 кеше вафат булды, сирҙе йоҡторғандар һаны 1097-гә артты. Үкенескә ҡаршы, табиптар тылсымсы түгел шул, ә сир бик мәкерле. Вафат булғандарҙың бөтәһендә лә төрлө ҡаты ауырыуҙар булғаны асыҡланған.
Һуңғы тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһын эләктергәндәр 159-ға артҡан, шулай итеп, сирҙе йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 17 260-ҡа етте. Тағы ла ике ауырыуҙың сирҙе еңә алмағаны билдәле булды. Вирус ҡорбандары хәҙер 122 кеше тәшкил итә. Үткән тәүлектә пневмония менән сирләгәндәр ҙә артҡан, бөтәһе 395 осраҡ теркәлгән. 368 ауырыу һауығып дауахананан сыҡҡан.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика стационарҙарында 825 пациент дауалана, 59-ы ауыр хәлдә. 2605 сирле амбулатор шарттарҙа дауа ала.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә 29 меңгә яҡын кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторған, 511 ауырыу һәләк булған. Санитария-гигиена талаптарын теүәл үтәүҙең ни тиклем мөһим булыуын тағы бер тапҡыр ҡабатларға ғына ҡала.