Сәләмәт булайыҡ
21 Декабрь 2020, 10:40

Салауат менән Стәрлетамаҡтағы хәл ҡәнәғәтләндермәй

Оператив кәңәшмәлә район һәм ҡалаларға табиптар йәлеп итеү мәсьәләһе ҡаралды.

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин район һәм ҡалаларға медицина кадрҙарын йәлеп итеү тураһында һөйләне. Быйыл 11 ай эсендә дәүләт медицина ойошмаларына 266 табип һәм 76 ашығыс ярҙам хеҙмәткәре килгән. Иң күбе – 114 табип, Өфөлә. Нефтекамаға – 23, Мәләүез районына – 16, Благовещенға – 12, Ауырғазы һәм Яңауыл райондарына 8-әр табип эшкә ҡайтҡан.
Ә бына Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаһында эштәр насар. Бында табиптар артыу түгел, киреһенсә кәмегән. Стәрлетамаҡта 57 һәм Салауатта 14 кешегә. Шулай уҡ Учалыла ла хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел.
– Ҡасан Салауат ҡалаһы медицинаһының насар хәле тураһындағы мәғлүмәт ишетеүҙе туҡтармын? Ныҡлы ҡала, эш хаҡы һәм социаль хәл һәйбәт. Ни өсөн янында ғына урынлашҡан Ишембайҙа хәл икенсе? – тине Радий Хәбиров.
Министр аңлатыуынса, был пандемия осоронда табиптарҙың эштән китеүенә бәйле. Башлыса беренсел звенола, эш көсөргәнешле һәм хәүефлегә әйләнгән урында табиптар күпләп киткән. Икенсенән, күп кенә медицина вузын тамамлаған белгестәр эшкә ковид-госпиталдәргә барған. Тик уның был яуабы менән Радий Хәбиров ҡәнәғәт булманы. Ул Андрей Назаровҡа был ҡалалар хакимиәте башлыҡтары менән видеоселектр кәңәшмәһе үткәрергә һәм проблеманы хәл итеү юлын табырға ҡушты.
– Хакимиәт башлыҡтары бының менән шөғөлләнергә теләмәй икән, улар менән ҡаты итеп һөйләшәйек, – тине төбәк етәксеһе.
Министрға киләһе “Һаулыҡ сәғәте”нә был турала мәғлүмәт әҙерләргә һәм 2021 йылға пландар менән уртаҡлашырға ҡушты.
Ойошмаларҙы кадрҙар менән тәьмин итер өсөн республикала дүрт төп программа тормошҡа ашырыла. “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” кеүек программалар һөҙөмтәле эшләй. Ауылдарға, бәләкәй ҡалаларға эшкә барған белгестәргә һәйбәт аҡса түләнә. Шулай уҡ уларҙы алыҫ урындарҙа эштә ҡалдырыу өсөн торлаҡ менән тәьмин итеү программалары һөҙөмтәле эшләй. Быйыл 88 табип һәм 27 урта медицина персоналы торлаҡ менән тәьмин ителгән, 16 табип һәм 10 урта звено хеҙмәткәренә йорт төҙөү өсөн ер бирелгән.
Фото: ufa-news.net
Читайте нас