Донъяның танылған белгестәре бөгөн тормош өсөн ҙур ҡатмарлыҡтар һәм хәүеф тыуҙырған коронавирус инфекцияһын өйрәнә, “таныш булмаған ҡунаҡ”тың үҙенсәлектәрен аңларға тырыша, хеҙмәттәштәре менән тәжрибә уртаҡлаша.
Екатеринбург ҡалаһында үткән ошондай сираттағы осрашыуҙарҙың береһендә табиптар хроник сирле пациенттар өсөн бер нисә кәңәш бирҙе. Шуларҙың береһе, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, ваҡыттың күберәк өлөшөн хәрәкәттә үткәреү, әүҙем булыу.
Ни өсөн был мөһим? COVID-19 вирусының бер үҙенсәлеге табиптарға яҡшы таныш: ул үпкәгә сир ваҡытында, ауырыу процесында ғына һөжүм итмәй, хатта һауыҡҡандан һуң да кеше уның функцияларының өлөшләтә “йомшарыуынан” яфалана. Һауығып дауахананан сыҡҡан пациенттар торошон күҙәткән табиптар әйтеүенсә, хроник сирҙәре булған ауырыуҙарҙың үпкә туҡымаларының аныҡлығы, асыҡлығы юғала. Был органдың етди зарарланыуы тураһында һөйләй.
Коронавирус инфекцияһын шәкәр диабеты ныҡ ҡатмарландырыуы табиптарға яҡшы билдәле. Йөрәк-ҡан тамырҙары, тын алыу органдары сирҙәре һауығыу мөмкинлеген сикләй. Күптәр гормональ ингаляторҙар ҡуллана башлай, ә был йыш осраҡта организмда кире тәьҫир тыуҙыра. Пульмонолог Игорь Лещенконың әйтеүенсә, хатта аҙнаһына ике тапҡыр саф һауала йәйәү йөрөү ҙә ҡаты сирләү хәүефен кәметәсәк. Конференцияла ҡатнашыусыларҙың берҙәм фекеренсә, был мәкерле инфекция кешенең бөтә органдарына һәм системаларына кире тәьҫир итә. Уның менән һәр кемдең сирләүе ихтимал, сөнки уны организм “танымай”.
Тағы ла шуныһы ҡыҙыҡ, был вирусҡа ҡаршы тотороҡло иммунитет сирҙе үткәргәндән һуң да, прививка яһатҡас та һаҡланмай. Әгәр ҙә кешенең тәбиғәттән һалынған иммунитеты ныҡ булһа һәм хроник сирҙәре юҡ икән, икенсе тапҡыр сирҙе йоҡтормауы ихтимал. Организм хроник патологияларға дусар ителһә, уның ҡабаттан сиргә бирешеүе мөмкин. Ә кем беҙҙә үҙен “шап-шаҡтай сәләмәтмен” тип маҡтана ала? Табип Мария Кочергина әйтеүенсә, ”бер яҡтан, шәкәр диабеты һәм ябай ғына гипергликемия сир үҫешенә һәм инфекцияның ҡаты үтеүенә хәүеф тыуҙырыуы ихтимал. Икенсе яҡтан, ҡандағы юғары глюкоза кимәле вирус ҡуҙғытҡысының күҙәнәктәргә үтеп инеүенә булыша”.
Коронавирусты һәр кем төрлөсә үткәрә, төрлөсә ауырый, уны нисек дөрөҫ дауалау методикаһы әлегәсә юҡ, бары беҙҙең вакцина ғына бар, тип ышандыра табиптар. Уның тәьҫире нисек булыр, бары ваҡыт ҡына күрһәтә аласаҡ. Быны иҫбатлау өсөн хатта йылдар талап ителеүе мөмкин. Табиптар изоляция шарттарында йәшәргә мәжбүр булғандарға хроник сирҙәрен дауалауҙы дауам итергә, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, һаҡланыу сараларын күҙәтергә кәңәш бирә.
Гастроэнтерологтарҙың фекеренсә, вирус ҡуҙғытҡысы ашҡаҙан-эсәк тракты тышлыҡсаһының үткәреүсәнлеген арттыра, һөҙөмтәлә токсиндар һәм патогенлы бактерияларҙың үрсеүе өсөн яҡшы шарттар тыуа. Организмда ялҡынһыныу процесы көсәйә. “Өҫтәүенә үҙ белдегебеҙ менән дауаланып, антибиотиктар ҡулланып, хәлде тағы ла хөртәйтәбеҙ, сирҙе ҡатмарландырабыҙ. Диарея башланыу сәбәпле пациент организм өсөн мөһим шыйыҡлыҡты, кәрәкле витаминдарҙы, микроэлементтарҙы юғалта", - ти медицина фәндәре кандидаты Надежда Осадчая. - Кәңәшебеҙ - инфекцияның тәүге билдәләре күренеү менән антибиотиктар эсә башламағыҙ. Бик тә булмаһа, эс ауыртҡанда пробиотиктар ҡулланығыҙ. Иң яҡшыһы - гастроэнтеролог менән кәңәшләшеү”.
Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын да ковид ныҡ ҡаҡшата. Был тахикардия, йөрәк ҡыҫҡарыуҙары йышайыуы, гипертензия, миокардиттар һәм башҡа ауырыуҙар менән характерлана. Бөтә кешелә лә был билдәләрҙең булмауы мөмкин. Ошоға тиклем табип тәғәйенләгән дауаларҙы өҙмәҫкә кәрәк. Ҡан баҫымын үлсәп тороғоҙ. Элек гипертонияны дауалау өсөн бер ус дарыу эсергә кәрәкһә, хәҙер уны бер төймә лә алмаштыра ала. Дарыуҙы фәҡәт кардиолог тәғәйенләй. Конференцияла ҡатнашыусылар “ковид шул киҙеү бит инде” тип уның хәүефен кәметергә маташҡандарға ҡаршы сығып, вирустың төплө өйрәнелмәүенә ҡарамаҫтан, “саҡырылмаған ҡунаҡ”тың бик мәкерле, уҫал, аяуһыҙ булыуына иғтибарҙы йүнәлтте.