Сәләмәт булайыҡ
22 Декабрь 2020, 07:30

Тәүге пациенттарҙы ҡабул иттеләр

Стәрлетамаҡтағы өр-яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһындағы беренсе сменаны ете табип, 38 шәфҡәт туташы, ике санитар башлап ебәргән.

Кисә, 21 декабрҙә, Стәрлетамаҡта төҙөлгән өр-яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы тәүге пациенттарҙы ҡабул итте. Әлегә Ваҡытлыса клиник-диагностика үҙәгендә беренселәрҙән булып 12 пациент дауаланасаҡ.
Сменаны ете табип, 38 шәфҡәт туташы, ике санитар башлап ебәргән, штатты тулыландырыу эштәре дауам итә. Шулай итеп, дауахананың ҡурай сәскәһе рәүешендә төҙөлгән биналары бер-бер артлы медицина ярҙамына мохтаждар менән тулылана барасаҡ.
Мәғлүм булыуынса, яңы йоғошло ауырыуҙар үҙәгенең кимәле күпкә юғары: объект функциялары, тәьминәте, тышҡы күренеше менән донъяуи талаптарға яуап биргән заманса медицина үҙәге булып тора, республика халҡы бик уңайлы шарттарҙа дауаланасаҡ.
Бында йоғошло сирҙәр, терапия, эске ауырыуҙар, хирургия, акушер-гинекология йүнәлештәрендә медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Дауахананың диагностика бүлеге, лаборатория һәм бактериология лабораториялары, дарыухана, дезинфекция һәм стерилләштәреү бүлектәре лә ошо көндәрҙә эшләй башлаясаҡ.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас