Башҡортостан
+20 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Сәләмәт булайыҡ
24 Декабрь 2020, 12:30
Фельдшер-акушерлыҡ пункттарына ла ЭГ-аппараттар ҡуймаҡсылар
Быйыл апрелдә медицина ойошмаларына һанлы 33 компьютер томографы тапшырылғайны..
Кардиология үҙәге нигеҙендә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан яфаланғандарҙы иҫәпкә алыу һәм күҙәтеү буйынса Республика логистика үҙәге эшен дауам итә. Уның төп бурысы – 1-се һәм 2-се кимәлдәге медицина ойошмалары табиптарына консультация биреү, медицина ойошмаларынан ситтән тороп алынған ЭКГ мәғлүмәттәре буйынса табип тарафынан ҡарар ҡабул итеүҙә ярҙам күрһәтеү.
Яңы коронавирус ауырыуының таралыуын иҫкәртеү һәм киҫкен коронар синдромлы пациенттарға ярҙам күрһәтеүҙе ойоштороу маҡсатында госпиталь итеп үҙгәртелгән медицина учреждениеларына быйыл апрелдә һанлы 33 компьютер томографы ҡуйылғайны. Компьютер кардиографтары электрокардиограммаларҙы пациенттың электрон медицина картаһына һанлы форматта тапшырыу өсөн Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына тоташтырылған.
– Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Башҡортостан Республикаһының түбәнге һаулыҡ һаҡлау звеноһын модернизациялау” төбәк программаһына ярашлы, киләсәктә бөтә медицина ойошмаларын, шул иҫәптән ФАП-тарҙы, һанлы ЭГ-аппараттары менән тәьмин итеү күҙаллана. Был уларға пациенттар тураһындағы мәғлүмәтте ситтән тороп системаға туранан-тура индереү мөмкинлеген бирәсәк, – тине республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: health.bashkortostan.ru
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"