Сәләмәт булайыҡ
23 Декабрь 2020, 19:15

Кемдәр сир йоҡтороуҙан ҡурҡмай?

Башҡортостанда коронавирус таралыуын дауам итә. Оператив штаб мәғлүмәттәре буйынса...

Башҡортостанда коронавирус таралыуын дауам итә. Оператив штаб мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә 161 кеше вирусты йоҡторған, шулай итеп, дөйөм һан 18 меңгә яҡынлашып килә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы тәүлектә йәнә ике ауырыуҙың вафат булғаны асыҡланды. Вирус ҡорбандары һаны 128-гә етте. Республикала һауыҡҡан пациенттар 13 928 кеше тәшкил итә.
Рәсәй буйынса дөйөм хәл нисек? Оператив штаб хәбәр итеүенсә, тәүлек эсендә 27 250 кеше вирусты йоҡторған. Шул уҡ ваҡытта тәүлектә 24 447 ауырыу һауығып дауахананан сыҡҡан. Үкенескә ҡаршы, 549 пациент сирҙе еңә алмаған. Пандемия осоронда илдә коронавирус тыуҙырған өҙлөгөүҙәрҙән 52 461 ауырыу вафат булды.
Илдә вакцинациялау кампанияһы башланыуын һәр кем белә торғандыр, тик кемдер уға бөгөндән әҙер, ә кемдер әлегә прививкаға һағайып ҡарай.
Быға ғәжәпләнергә ярамай. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәренән күренеүенсә, һорауҙа ҡатнашҡандарҙың 38 проценты прививка яһатырға йыйына, айырыуса 60 йәштән өлкәнерәктәр улар араһында күп. 45 - 59 йәшлектәрҙең 44 проценты прививка яһатыу яғында. Тик әлегә йәштәр сир йоҡтороуҙан ҡурҡмай һәм вакцинаға ҡаршы. Шулай ҙа күпселек прививканы хуплай һәм уның тәьҫирлегенә ышана.
Фото: News.yandex.ru
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас