21 декабрҙә, Стәрлетамаҡта төҙөлгән өр-яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы тәүге пациенттарҙы ҡабул итте тип хәбәр иткәйнек. Бында беренселәрҙән булып 14 пациент дауалана.
Әлеге ваҡытта яңы учреждениеның бер бүлеге асылған, унда Стәрлетамаҡ йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы штаты эшкә күскән. Сменаны ете табип, 38 шәфҡәт туташы, ике санитар башлап ебәргән, штатты тулыландырыу эштәре дауам итә. 42 кешелек 14 бокс эшләй. Шулай итеп, дауахананың ҡурай сәскәһе рәүешендә төҙөлгән биналары бер-бер артлы медицина ярҙамына мохтаждар менән тулылана барасаҡ.
Әлегә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы журналистары яңы дауаханалағы “ҡыҙыл зона”ла булып, репортаж эшләгән. Уларҙың яҙмаһына таянып, һеҙҙе лә учреждениелағы үҙенсәлектәр менән таныштырып үтәйек.
Мәғлүм булыуынса, яңы йоғошло ауырыуҙар үҙәгенең кимәле күпкә юғары: объект функциялары, тәьминәте, тышҡы күренеше менән донъяуи талаптарға яуап биргән заманса медицина үҙәге булып тора, республика халҡы бик уңайлы шарттарҙа дауаланасаҡ.
Бында йоғошло сирҙәр, терапия, эске ауырыуҙар, хирургия, акушер-гинекология йүнәлештәрендә медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Дауахананың диагностика бүлеге, лаборатория һәм бактериология лабораториялары, дарыухана, дезинфекция һәм стерилләштәреү бүлектәре лә ошо көндәрҙә эшләй башлаясаҡ.
Көндөҙ һәм төндә дежурҙа өс табип эшләй, стажер бар. Шәфҡәт туташтары “ҡыҙыл зона”ға алты сәғәткә инә. Һәммәһенең бында эшләү тәжрибәһе бар, ауырлыҡтарға бирешмәйҙәр.
Стәрлетамаҡ кешеһе Сергей Царьков ун көн самаһы юғары температура менән өйҙә дауаланған. Әммә йүнәлмәгән, киреһенсә, пневмония асыҡланған. Ул уколдарҙан һәм системаларҙан һуң күпкә еңеләйеүен, яңы дауахалағы шартарҙың яҡшы булыуын, табиптарға тулыһынса ышаныуын бәйән итә.
80 йәшлек Татьяна Пикалова ла ике яҡлы пневмония менән ауыр хәлдә дауаханаға эләккән. Әле иһә үҙен яҡшы тоя, өйгә ҡайтырға йыйына. Йүтәле баҫылған, хәле яҡшырған.
“Хәтерләүе лә ҡурҡыныс – юғары тән температураһы, тын быуылып йонсотто. Ашауҙан яҙҙым. Үлермен инде, тип уйланым. Мине дауахананан дауаханаға йөрөттөләр, ниһайәт, бында килтерҙеләр. Табиптарға ҙур рәхмәт! Иғтибарлылар, хәстәрлеклеләр! ” – ти инәй.
Ординатор бүлмәһендә Денис Ғатауллин документтар тултыра. Ул - травматолог, әммә тормош һөнәри йүнәлешен үҙгәртергә мәжбүр иткән. Хәҙер ул ярайһы тәжрибә туплаған белгес һәм пандемия тиҙҙән үтәсәгенә бер тамсы шиге юҡ.
Денис коронавирусты дауалауҙа аныҡ схема юҡлығын, һәр кешегә айырым мөнәсәбәт булыуын билдәләй. Киләсәктә ковид миҙгел сиренә әүерелеренә лә ышана ул, вакцинациялау ҙа быға үҙ өлөшөн индерәсәк, ти. Шулай уҡ, яҙ көнө кешеләрҙең стационарға эләгеүҙән ныҡ ҡурҡыуын билдәләһә, әле иһә тыныс ҡына дауаланыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Яңы госпиталдә ковид менән сирләүсе әсәләр һәм уларҙан тыуған сабыйҙар өсөн дә барлыҡ шарттар тыуҙырылған, операция бүлмәләре бар. 25 йыл операция шәфҡәт туташы булып эшләгән Эльвира Әхмәтова яңы госпиталдәге мөмкинлектәрҙе бик юғары баһалай. Күсмә рентген аппараты, йөйһөҙ стена һәм иҙән япмалары, газ һәм вакуум ҡоролмалары һәм башҡалар – барыһы ла кешеләрҙең сәләмәтлеге өсөн.
Врач-эпидемиолог Анастасия Ибраһимова бынан бер нисә йыл элек белгес дипломы алған. Бығаса ул 60 кешелек йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында эшләгән. Шуға ла инфекциялы сирҙәрҙең ниндәй икәнлеген яҡшы белә һәм һәр саҡ һаҡланыу саралары ҡулланыу мөһимлеген билдәләй. Ковид-госпиталдә эшләй башлаған осорҙо иһә ҡатмарлы, әммә ҙур тормош тәжрибәһе биргән осор тип иҫәпләй.
“Башҡа дауаханаларҙа икешәр аҙна вахта менән эшләһәләр, йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында бикле бер ай самаһы эшләнек. Илаған, бойоҡҡан саҡтар ҙа булды. Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоноҡ. Әммә бирешмәнек. Көтөргә, түҙергә һәм кешеләргә ярҙам итерлек көс табырға кәрәк – шул ғына ”, - ти ул.
Анастасия пандемияның тәүге осоронда ярҙамға килгән Өфө табипатарына рәхмәт әйтә: тәжрибәле хеҙмәттәштәре тиҙ генә ауыр хәлдә килгән пациенттарҙы урынлаштырырға, дауалау ысулын һайларға ярҙам иткән.
Бикле шарттарҙа эшләгән табиптарҙы гуманитар ярҙам бик ныҡ шатландырғанын да билдәләй табип. Нисек кенә булмаһын, кешенең тормошон бәләкәй генә шатлыҡтар яҡтыраҡ итә шул.
Әйткәндәй, уның 10, 9 йәшлек улы һәм ҡыҙы бар. Ире вахта ысулы менән алыҫта эшләгәс, оҙаҡ ваҡыт өйҙә булмай, әсәй ҙә дауаханала, “ҡыҙыл зона”ла эшләй...
– Балаларым тиҙ генә ҙурайҙы, үҙаллылыҡҡа өйрәнде. Әсәй – табип. Уның ярҙамы башҡаларға мөһим – быны бәләкәстәрем яҡшы аңлай. Хатта ҡыҙым табип булырмын, бәлки, тип тә ебәрә. Тормош күрһәтер. Иң мөһиме - был осор тиҙеркә үтһен. Коронавирусҡа ҡаршы вакцинацияға бик өмөтләнәм – уның ярҙамында пандемияны тиҙерәк еңербеҙ тип ышанам. Әлегә барыбыҙға ла түҙемлек, – ти Анастасия Ибраһимова.