Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин тармаҡтағы йыл һөҙөмтәләренә бәйле онлайн брифингта түбәндәге мәсьәләләргә лә туҡтап үтте.
Башҡортостандағы үлем күрһәткестәренә килгәндә, брифингта министр, быйыл тын юлдары сирҙәренән вафат булғандар һаны артҡан һәм үлем буйынса дөйөм күрһәткестәр араһында был категорияға ҡарағандар һаны һигеҙ процент тәшкил итә, тине.
"Ағымдағы йылдың ун айында республикала үлем күрһәткестәре барлыҡ сирҙәр араһында ла артҡан. Тәүгеләр иҫәбендә – тын юлдары, эндокрин, ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренән вафат булғандар. Ковид осоронда ла, ковидҡа тиклем дә ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренән үлем күрһәткесе 40 процент самаһы тәшкил итә. Яңы хасил булған шештәрҙән вафат булғандар арта – 15 процент. Быйыл, ысынлап та, тын юлдары сирҙәре буйынса ла үҫеш күҙәтелә", – тип аныҡланы Максим Забелин.
Шул уҡ ваҡытта республикала балалар үлеме, суицид күрһәткестәре түбәнәйгән, туберкулездан вафат булғандар ҙа аҙыраҡ.
Тағы бер үҙенсәлек: пандемия осоронда медицинаға бәйле һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу артҡан. Максим Забелин әйтеүенсә, быйыл медицина колледждарына конкурс ҙур булған – бер урынға 11 кеше. Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға барырға теләгәндәр ҙә күп: бер урынға ете кеше булған.
“Тимәк, табип һөнәре әүәлгесә популяр һәм абруйлы булып ҡала, йәштәр медицина менән ҡыҙыҡһына, уның менән киләсәген бәйләргә ниәтләй”, – тине Максим Забелин.