Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин уҙып барған йылдың төп йомғаҡтары тураһында һөйләне. 2020 йылда ауылдарҙа 120 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған, өс табип амбулаторияһы ремонтланған. Өфөлә – Республика онкология диспансерының яңы корпусы, Салауатта – күп йүнәлешле ҡала дауаханаһының яңыртылған корпусы, Октябрьскийҙа 1-се ҡала дауаханаһының хирургия корпусы асылған.
"Өфө районында һәм Стәрлетамаҡта бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлгән йоғошло ауырыуҙар үҙәктәре – беҙҙең айырым ғорурлығыбыҙ, – тине ул. – Башҡортостан табиптары Амур һәм Владимир өлкәләрендә, Камчатка крайында, Ҡарасәй-Черкес Республикаһында, Абхазияла, Ҡырғыҙстанда ковид-госпиталдәрҙең эшен ойоштороу, коронавирус менән сирләгән кешеләргә медицина ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән коллегаларына булышлыҡ итте".
Максим Забелин республикала киҙеүгә һәм пневмонияға ҡаршы вакцинация әүҙем үткәрелеүен дә телгә алды. Министр әйтеүенсә, Башҡортостанда Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында поликлиника, Учалыла Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге, хирургия корпусы, Өфөнөң Затон биҫтәһендә, Бөрөлә, Саҡмағош ауылында поликлиника төҙөлөшө, Республика кардиология үҙәгендә реконструкция дауам итә.
"Быйыл беҙ медицина техникаһы паркын ярайһы уҡ яңырттыҡ, – тине министр. – 50 ашығыс ярҙам машинаһы, балаларға ашығыс ярҙам өсөн 12 автомобиль, һигеҙ күсмә маммограф, “КамАЗ” автомобиле нигеҙендә күсмә поликлиника һатып алдыҡ. Мәктәптәрҙә 65 стоматология кабинеты астыҡ. Ғорурлығыбыҙ – Башҡортостан санавиацияһы кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу, һаулығын нығытыу йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Быйыл медицина вертолеты пилоттары 150-нән ашыу осош яһаны. 200 пациентҡа махсус медицина ярҙамы күрһәтелде".
“Сәләмәтлек сәғәте”ндә хәбәр итеүҙәренсә, “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы барышында медицина автопоездары алты маршрут буйынса башҡортостандың иң төпкөл ауылдарында халыҡҡа ярҙам күрһәткән. Белгестәр 20 меңдән ашыу кешене тикшереп, социаль әһәмиәтле 886 ауырыуҙы асыҡлаған.
– Байтаҡ эш башҡарылған, әммә алда бурыстар күп әле. ФАП-тарға бәйле мәсьәләне ябыу өсөн республика йыл һайын 120-150 яңы объект төҙөргә тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Был йәһәттән беҙгә Рәсәй Хөкүмәте ҙур ярҙам күрһәтә. Быйыл федераль бюджеттан республикаға 100 миллиард һум аҡса бүленде. Был аҡса медицина учреждениелары төҙөүгә, табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына түләүгә, һаулыҡ һаҡлау системаһын нығытыуға йүнәлтелде.
Максим Забелин, “Росстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл ун айҙа Башҡортостанда сабыйҙар үлеме былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 12 процентҡа түбәнерәк булыуы тураһында белдерҙе. Республика Башлығы 2020 йылға яһалған тулы йомғаҡтар нигеҙендә үлем сәбәптәрен һәм ошо күрһәткесте түбәнәйтеү буйынса күрелгән сараларҙың һөҙөмтәлелеген анализларға ҡушты.
"Мәҫәлән, медицина коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән ерҙә кешеләр яман шештән йышыраҡ үлгән, сөнки унда диагностика тейешенсә үткәрелмәгән", – тине ул.