Сәләмәт булайыҡ
24 Декабрь 2020, 19:30

“Сәләмәтлек сәғәте” яңыса уҙғарыласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылда “Сәләмәтлек сәғәт”тәрен яңы тәртиптә ойошторорға ҡушты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылда “Сәләмәтлек сәғәт”тәрен яңы тәртиптә ойошторорға ҡушты.
– Традицион фекер алышыуҙарҙан тыш, баш табиптар, медицина ветерандары менән осрашырға, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрергә һәм бергәләп уларҙы хәл итеү юлдарын эшләргә теләр инем, – тине Радий Хәбиров. – Абруйлы табиптарҙың һәм белгестәрҙең фекерен тыңлау мөһим.
Кәңәшмә аҙағында республика Башлығы бөтә табиптарға, шәфҡәт туташтарына, лаборанттарға, ашығыс ярҙам водителдәренә, һаулыҡ һаҡлау системаһы етәкселәренә, БДМУ уҡытыусыларына, студенттарына, медицина ветерандарына 2020 йылда киҫкен шарттарҙа эшләгән өсөн рәхмәт әйтте һәм етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы.
Фото: glavarb.ru
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас