Сәләмәт булайыҡ
24 Декабрь 2020, 20:15

Сикләүҙәр ҡасан бөтәсәк?

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин был һорауға түбәндәгесә яуап бирҙе. Шулай уҡ коронавирус эҙемтәләре хаҡында һөйләне.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин тармаҡтағы йыл һөҙөмтәләренә бәйле онлайн брифингта түбәндәге мәсьәләләргә лә туҡтап үтте.
2021 йылда сикләүҙәр дауам итәсәкме тигән һорауға ул, барыһы ла ағымдағы эпидемиологик хәлдән торасаҡ, тип белдерҙе.
Был йәһәттән республикала тәжрибә бар: төрлө категорияға ҡараған граждандарға сикләүҙәр индерелде, балалар һәм студенттар дистанцияла уҡыуға күсте. Коронавирусҡа бәйле хәл хөртәйгән осраҡта, тағы ла сикләүҙәр булыуы ихтимал, тине министр.
Әлбиттә, күбеһе халыҡтың яуаплылығынан тора: һаҡланыу сараларын ҡулланғанда, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгәндә коронавирус күрһәткестәре тиҙерәк кәмей башлаясаҡ.
Пандемия барыбер ҡасан да булһа артҡа сигенер, әммә коронавирус инфекцияһының эҙемтәләренән анһат ҡына ҡотолоп булмаясаҡ: был күренеш тә донъяуи проблемаға әүерелгән, һәм ковид кисергән кешеләрҙең төрлө ваҡыт арауығынан һуң ҡырҡа сәләмәтлеге ҡаҡшағаны, йә иһә вафат булғаны хаҡында миҫалдар ишетелеп тора.
Беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһы ошо проблема менән көрәшергә ни тиклем әҙер?
Максим Забелин, коронавирус инфекцияһын дауалау менән бер рәттән, сирләп һауыҡҡандарҙы реабилитациялау эше лә әүҙем алып барыла, республиканың шифаханалары, ял йорттары, шулай уҡ шәхси медицина хеҙмәттәре күрһәткән ойошмалар ҙа был эшкә әүҙем ҡушыла, тип белдерҙе. Был ғәмәл бик мөһим, сөнки әлегә коронавирустың кеше организмына ни тиклем ҡаҡшатҡыс тәьҫир итә алғанын бер кем дә аныҡ билдәләй алмай. Әлеге реабилитациялау алымдары иһә нигеҙҙә имммунитетты нығытыуға, тын юлдарының эшмәкәрлеген яҡшыртыуға ҡайтып ҡала.
Фото: lenta.ru
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас