Сәләмәт булайыҡ
25 Декабрь 2020, 06:00

Тәмәкеселәрҙең йәнен көйҙөрөрмө яңылыҡ?

Һыйыр йылында тәмәкенең бер ҡабы күпмегә төшәсәк? Хаҡ күтәрелеүе һөҙөмтәһендә Рәсәй бюджеты 80 миллиард һумға байыясаҡ...

Оҙаҡламай Һыйыр йылы үҙенең өр-яңы ҡағиҙәләре менән аяҡҡа баҫасаҡ. Араһында һөйөнөслөләре лә етерлек. Тик бына тәмәке тартыусы граждандар үҙҙәренә ҡағылған яңылыҡтарҙы нисек ҡабул итер?
2021 йылдың 1 ғинуарынан медицина учреждениелары, сауҙа нөктәләре һәм келәт биналарында тәмәке тартыу тыйыла. Рәсәй законына ярашлы, тәмәке тартыу өсөн тәғәйенләнгән махсус урындар ғына ҡағиҙәнән иҫкәрмә булып тора. Бындай зоналарҙа мотлаҡ рәүештә яҙыу булырға тейеш. Икмәк ҡабул итеү пункттарында, бесән сабыу биләмәләрендә, һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, транспорт, сауҙа, тиҙ тоҡаныусы шыйыҡлыҡ һәм газдарҙы һаҡлау, эшкәртеү объекттарында тәмәке тартыу ҡәтғи тыйыла. Был ойошмалар етәкселәре үҙҙәренең объекттарына тәмәке тартыуҙы иҫкәрткән яҙыуҙар ҡуйырға бурыслы.
Йәмәғәт урындарында тәмәке көйрәтеүҙе тыйыу тураһындағы закон 2013 йылда индерелгәйне. Дәүләт органдары, балалар майҙансыҡтары, пляждар, биналағы социаль хеҙмәттәр һәм эш урындарында был шөғөл тулыһынса тыйылғандан һуң, тәмәкесе ирҙәр һаны һәм пассив тәмәке тартыу осраҡтары яҡынса 70 процентҡа кәмене, тип иҫәпләй эксперттар.
Шуның менән бергә киләһе йылдың 1 ғинуарынан сигареттарға акциздар 20 процентҡа индексациялана. Был сара Рәсәй бюджетын 80 миллиард һумға тулыландырырға ярҙам итәсәк. Яңы йылдан бер тәмәке ҡабының минималь хаҡы 107,78 һумға тиклем үҫеүе ихтимал. Шуныһы ла билдәле, эксперттарҙың әйтеүенсә, тәмәке һатыу кимәле 2019 йылдың ғинуарынан октябренә тиклемге осорҙа 5-7 процентҡа кәмегән. Әммә электрон сигареттар һатыу әүҙем арта.
Фото:Brd24.com.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас