Сәләмәт булайыҡ
25 Декабрь 2020, 17:15

Табиптарға – эскимо

"Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, медицина хеҙмәткәрҙәренең эмоциональ хәл-торошо түбән, улар арыған. Һәммәһенә хәҙер иғтибар, ярҙам кәрәк".

“Беҙ бергә” (#Мывместе) Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә баш ҡаланың коронавирустан дауалаусы дүрт дауаханаһы табиптары “Чистая линия” компанияһынан бүләккә дүрт мең эскимо алған. Туңдырма Долгопрудный ҡалаһындағы фабриканан тура Өфөгә ебәрелгән.
Пандемия башланғас, компания был акцияны тәүҙә Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе табиптары өсөн булдырһа, хәҙер географияны киңәйтергә ниәтләгәндәр.
Өфөнән тыш, татлы бүләкте Түбәнге Новгород, Ҡазан, Новосибирск, Воронеж, Орел, Һамар, Волгоград, Краснодар, Красноярск, Дондағы Ростов, Силәбе, Екатеринбург, Омск һәм Пермь табиптары ла аласаҡ. “Чистая линия” компанияһы медицина хеҙмәткәрҙәренә йәмғеһе 100 мең эскимо ебәргән.
“Ковид-госпиталдә эшләгән табиптарыбыҙ, шәфҡәт туташтарыбыҙ өсөн яҡшы кәйеф торошо бөгөн бик мөһим. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, республикалағы медицина хеҙмәткәрҙәренең эмоциональ хәл-торошо түбән, улар арыған. Һәммәһенә хәҙер иғтибар һәм ярҙам кәрәк. Яңы йыл алдынан беҙҙең акция кәйефтәрен күтәрер тип ышанам”, — тип билдәләй Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзаһы Азат Ғиззәтуллин.
“Беҙ бергә”акцияһы тотош илдә бара, ул ирекмәндәрҙе берләштерә.
“Ҡыҙыу линия”һы: 8 (800) 200-34-11.
Фото: “Башинформ”.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас