Башҡортостан
+20 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Сәләмәт булайыҡ
26 Декабрь 2020, 17:30
57 кеше үтә ауыр хәлдә
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 165 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 18231-гә етте.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 165 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 18 231-гә етте.
Һауыҡҡандар – 14 431 (һуңғы тәүлектә 269 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 132. Һуңғы тәүлектә тағы бер кеше вафат.
Республика стационарҙарында – 897 (шул иҫәптән 57 кеше ауыр хәлдә, 11-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 2771 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 980204 тикшереү үткәрелгән, һуңғы тәүлектә – 10306.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 366 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 392 пациент дауахананан сығарылған.
Фото: rbk.ru
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"