Башҡортостан
+21 °С
Облачно
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Сәләмәт булайыҡ
25 Декабря 2020, 20:55
Вирус өсөн каникул юҡ
Оператив штаб мәғлүмәттәре буйынса, үкенескә күрә, бөгөн дә ҡорбандар бар...
Табиптарҙың күҙаллауҙарына ҡарағанда, Яңы йыл байрамдарынан һуң коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны кинәт артыуы, илдә сирлеләрҙең тәүлегенә 40 мең тәшкил итеүе ихтимал. Был иҫкәртеүҙәрҙең нигеҙе юҡ түгел, байрам кәйефе менән санитария-гигиена талаптарын инҡар итеү, яуаплылыҡ тоймау вирустың шашыуына килтерәсәк.
Һуңғы тәүлек эсендә республикала вирустың таралыуы буйынса хәл нисек? Оператив штаб мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 24 сәғәттә вирусты йоҡторғандар 162-гә артҡан, шулай итеп, ауырыуҙарҙың дөйөм һаны 18 меңдән ашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус йәнә ике кешенең ғүмерен өҙгән. Вирус ҡорбандары һаны 131-гә етте. Шулай уҡ тәүлектә 102 пациент һауыҡҡан, стационарҙарҙа - 877, амбулатор шарттарҙа 2 896 ауырыу дауалана.
Рәсәйҙә тәүлектә 29 018 кешелә коронавирус асыҡланған, 563 ауырыу, үкенескә ҡаршы, сирҙе еңә алмаған. Бөтәгеҙҙе лә "Роспотребнадзор" ҡуйған мөһим талаптарҙы теүәл үтәргә саҡырабыҙ.
Фото: News.yandex.ru
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"