Яңы йылға аяҡ баҫабыҙ, алда өр-яңы пландар, күңелде йылытыусы өмөт һәм һөйөнөслө ваҡиғалар көтөүенә тәрән ышанабыҙ. Яҡшыға өмөт итмәй йәшәп тә булмайҙыр. Кәбисә йылындағы көсөргәнештән арымаған, ялыҡмаған, уны тиҙерәк үткәреп ебәрергә ашыҡмаған бер кем дә юҡтыр. Бөтә донъяны ялмаған хәүефле сир таралып, кешелекте уйланырға мәжбүр иткән Сысҡан йылы артта ҡала, әммә әлегә көсөргәнеш тә, пандемияға бәйле бурыстар ҙа кәмемәй.
Йыл буйына коронавирус инфекцияһы беҙҙе үҙ көйөнә бейетте, көтөлмәгән ҡаршылыҡтарға торорға, һаҡланыу сараларын булдырырға, планда ҡаралмаған төҙөлөш эштәренә тотонорға мәжбүр итте. Иң мөһиме, һаулыҡ һаҡлау системаһын тиҙ арала ауырыуҙарға ярҙам итеү, һауыҡтырыу өсөн ҡулайлаштырыу хәл ителде. Тармаҡ эшендә етешһеҙлектәр, аңлашылмаусанлыҡтар, юғалтыуҙар булыуына ҡарамаҫтан, күҙгә күренмәгән “фронтта” медицина хеҙмәткәрҙәренең, фармацевтарҙың, ғалимдарҙың һәм ойоштороусыларҙың системаны һаҡлап ҡалыуҙары, яңы шарттарҙа медицина ярҙамын күрһәтеүҙе дауам итеүе, койка-урын селтәрен мобилизациялауы ҙур ихтирамға һәм баһалауға лайыҡ. Система алдына ҡуйылған курс буйынса аныҡ, уйлап хәрәкәт итеүен дауам итә.
Тик әлегә тынысланырға һис урын юҡ. Сирҙе йоҡтороусылар артып тора, өҙлөгөүҙәрҙән вафат булғандар ҙа етерлек. Хатта һаҡланыу сараларын үтәгәндәрҙең дә дауаханаға эләгеүен, вирустың мәкерлеген, әлегә уның “холоҡ-фиғеленең” тейешенсә өйрәнелмәгәнен яҡшы беләбеҙ. Тимәк, яңы йылда беҙгә тағы ла уяуыраҡ, сосораҡ, йыйнағыраҡ булырға тура киләсәк. “Роспотребнадзор” талаптарын элеккесә теүәл үтәргә, санитария-гигиена ҡағиҙәләрен һанға һуғырға өйрәнһәк, сир беҙҙе урап үтер, юғалтыуҙар аҙыраҡ булыр. Башҡортостанға яңы йыл алдынан коронавирустан “Спутник V” вакцинаһының ҙур партияһы килеүе билдәле. 3,1 мең дозаның республикала эпидемиологик көсөргәнеште йомшартыуҙа ҙур таяныс буласағы бәхәсһеҙ. Тәү сиратта уны медицина, коммуналь хеҙмәт, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр аласаҡ. 2021 йылда бер миллиондан ашыу вакцина дозаһы алыу ҡаралған, тимәк, сирҙең таралыуына ныҡлы кәртә ҡуйыласаҡ тигән һүҙ. Донъяла сирҙе еңеүҙең башҡа юлы әлегә юҡ, бөтә өмөт – вирусҡа ҡаршы тороусы тәьҫирле вакцинала.
Бөтә иғтибарҙы коронавирус инфекцияһына йүнәлтеп, башҡа ауырыуҙарға медицина ярҙамын кәметеүгә юл ҡуймау өсөн илдә эшлекле саралар күрелде. Онкологик сирлеләргә, гемодиализ талап ителгән ауырыуҙарға һәм башҡа йүнәлештәге сирлеләргә медицина ярҙамы туҡтатылманы. Медицина тармағы бөгөн ҙур көсөргәнеш менән эшләүен дауам итә, пандемия осоронда яңы коронавирус инфекцияһы, пневмония, тын алыу юлдары менән сирләгәндәр һаны ғына 5,2 миллион тәшкил иткән!
“Бер “ҡаҙанда” ғына ҡайнаманыҡ”
Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко 2020 йыл йомғаҡтарына арналған брифингта сиргә ҡаршы көрәштә башҡа күп кенә илдәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүҙәрен билдәләне. Ҡаҙағстан, Италия, Әзербайжан һәм башҡа илдәргә тәжрибәле белгестәребеҙ ебәрелде. Был йәһәттән Башҡортостан табиптары ла фиҙаҡәрлек күрһәтеп, илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә медицина ярҙамы күрһәтте. Заман геройҙары тураһында матбуғат биттәрендә, шулай уҡ “Башҡортостан” гәзитендә сыҡҡан яҙмалар аша танышып торҙоҡ. Сит ил табиптары өсөн мәғлүмәт ресурстарын асыу, пациенттарҙы дауалау буйынса белем, тәжрибә, хәүефһеҙлек мәсьәләләре лә уртаҡ булды. “Үҙебеҙҙең ҡаҙанда ғына ҡайнаманыҡ, һанлы технологиялар ҡыҫҡа ғына ваҡытта тейешле белемде, мәғлүмәтте бик тиҙ алып барып еткерергә, үҙләштерелгән материалды контролләргә ярҙам итте. Медицина ярҙамын күрһәтеүҙең берҙәм принциптарын һаҡлай алдыҡ,” - тине Михаил Мурашко сығышында.
Бөгөн дә халыҡ-ара кооперация дауам итә, Рәсәйҙә етештерелгән һәм теркәлгән препараттар сит илдәргә оҙатыла. Ил табиптарының пациенттарҙы дауалауҙағы тәжрибәһе баһалап бөткөһөҙ. Ғөмүмән, аҡ халатлыларҙың фиҙаҡәрлеге, пандемия осоронда асылған ҡиммәтле сифаттары, эшсәнлеге үҙе айырым фекер алышыу өсөн тема.
Пандемия киләһе йыл пландарына ниндәй үҙгәрештәр индерер? Һаулыҡ һаҡлау министры әйтеүенсә, тармаҡ алдында торған бөтә бурыстар штат режимында үтәлгән, биш медицина үҙәге эш башлаған, 11 медицина ойошмаһында төҙөлөш эштәре тамамланыу алдында, ауыл биләмәләрендә фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм табиплыҡ амбулаториялары асылған (шул иҫәптән, Башҡортостанда яңы йөҙгә яҡын ФАП). 2020 йылда тормошҡа ашырылған үтә мөһим проектты ла онотмайыҡ - һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын модернизациялау программаһына әҙерлек. Программа билдәле сәбәптәр арҡаһында кисектерелгәйне. Был йүнәлеш халыҡ өсөн бик кәрәкле, уны тәртипкә килтереү, заманса, һәр кем файҙалана алырлыҡ итеү – көн талабы. Сәләмәтлеккә бәйле бөтә проблемалар барыһынан алда ошонда башлана, кеше иң тәүҙә күҙ терәп тап амбулатор-поликлиника звеноһына, фельдшер-акушерлыҡ пункттарына килә. Модернизациялау проекты яңы йылдан старт аласаҡ, уның уңышлы аҙымдар яһаясағына ышанабыҙ. Бөтә төбәктәр ҙә программаларҙы раҫлаған, финанс ресурстары Рәсәй бюджетына һалынған. “Был тиңе булмаған проектты халҡыбыҙ лайыҡлы баһалар,” - тигән ышаныс белдерә министр.
Вирус үҙ көйөнә “бейетһә” лә...
Дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе һәр осорҙа ла көнүҙәк. Быйыл Рәсәй Хөкүмәте юғары сығым талап иткән 14 нозологияны дауалау буйынса дарыуҙар һатып алыу эшен үҙ өҫтөнә алған үҙәк булдырҙы. Ул шулай уҡ Милли календарь прививкаларын тәьмин итеүҙе хәл итәсәк, илдә дарыуҙар әйләнешендә ҡатнашасаҡ. 2020 йылда дарыуҙар менән тәмин итеүҙә үҙгәрештәр етерлек булды, тәүге тапҡыр төбәктәргә йөрәк-ҡан тамырҙары менән яфаланған, инфаркт, инсульт кисергән ауырыуҙар өсөн өҫтәмә средстволар бүленде. Бушлай медицина ярҙамы күрһәтеүҙә ҡулланылған йәшәү өсөн кәрәкле һәм мөһим дарыуҙар исемлеге киңәйтелде. Шулар араһында коронавирусҡа ҡаршы препараттар ҙа бар. Хәтерегеҙҙәлер, бер ҡыҫҡа ғына мәлдә дарыуханаларҙан дарыуҙар юғалыуы күҙәтелгәс, халыҡ араһында хәүефләнеү тыуғайны. Етештереү ҡеүәттәрен етеҙ ойоштороу һәм эшкә ҡушыу һөҙөмтәһендә ҡытлыҡ бөтөрөлдө. Ҡайһы бер сит илдәр дарыуҙарға ҙур ихтыяж кисергәндә, был мөһим препараттарҙың беҙҙә етерлек күләмдә булыуы өмөт уята. Министрҙың был йәһәттән ғорурланып: ”Рәсәй үҙен яҡлай һәм һаҡлай алды”, тиеүендә, әлбиттә, хаҡлыҡ бар.
Һаулыҡ һаҡлау тармағының йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһарға уйламайбыҙ, бары үтелгән ҡатмарлы юлға күҙ һалып, ҡайһы бер мөһим һыҙаттарға ғына иғтибарығыҙҙы йүнәлтмәксебеҙ. Түҙемһеҙлек менән көтөп алынған Һыйыр йылына яҡты уйҙар, тыныс күңел, ышаныслы аҙымдар менән аяҡ баҫаһы, бер көнгә булһа ла коронавирус хәүефе хаҡында онотоп тораһы ине... Вирус йыл буйына беҙҙе “бейетһә лә”, бер кемдең дә ихтыярын һындыра алманы, күҙгә күренмәгән көрәштә сыныҡтыҡ ҡына. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадындағы күп йыллыҡ ырымдар, һынамыштар, күҙәтеүҙәргә ҡарағанда, Һыйыр йылы донъя көтөү өсөн ҡулайлы, “аҡҡа бай, туҡлыҡ, етеш тормош йылы” булараҡ күҙаллана. “Һыйыр тулаһа, аттан яман” булыуы ла бар, әлбиттә. Һәр хәлдә яңы йылда үҙебеҙҙе нисек тотоуыбыҙҙан, яҡындарыбыҙҙы ҡурсалауыбыҙҙан, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәүебеҙҙән күп нимә тора. Сәләмәт булайыҡ!