Сәләмәт булайыҡ
27 Декабрь 2020, 15:00

Үҙебеҙҙең дә ҡулдан килә!

Хирургтар бер юлы йөрәк ритмы боҙолоуы менән яфаланған өс пациентҡа илдә етештерелгән имплант ҡуйып, ғүмерҙәрен оҙайтты...

Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары, Рәсәйҙә беренсе булып, үҙебеҙҙә етештерелгән импланттарҙы ҡулланып йөрәккә операция яһаны.
Хирургтар йөрәккә операция яһап, баш мейеһен инсульт хәүефенән ҡотҡара. Улар бер юлы йөрәк ритмы боҙолоуы менән яфаланған өс пациентҡа илдә етештерелгән окклюдер ҡуйҙы.
58 йәшлек ҡатындың йөрәк ритмы боҙолған. Янбаштағы ҡан тамыры аша хирургтар проблемалы участкаға яҡынлашып, махсус окклюдерҙы йөрәктең һул алғы бүлексәһенә ҡуйырға тейеш. Пациенттың йөрәк ритмы боҙолғанға күрә тромбтарҙың барлыҡҡа килеү хәүефе янай. Тромб массаһы йөрәк ҡатламынан ҡан ағымы менән баш мейеһе тамырҙарына барып етеүе ихтимал. Клиниканың йөрәк-ҡан тамырҙары һәм рентген хирургияһы бүлексәһе мөдире Владимир Ишмәтов әйтеүенсә, окклюдер инсульттарҙы булдырмаҫҡа ярҙам итә. Өҫтәүенә пациенттарға антикоагулянт средстволарын ҡулланыу кәрәкмәйәсәк, сөнки был препараттарҙы ашҡаҙан шеше һәм башҡа ҡайһы бер ауырыуҙар менән яфаланған пациенттарға ҡулланырға ярамай.
Элек тә бындай үҙенсәлекле операциялар клиникала үткәрелгән, тик был юлы хирургтар яңы технологияны үҙебеҙҙә етештерелгән импланттар ярҙамында башҡарған. Табиптарҙың әйтеүенсә, улар сифаты буйынса сит илдә етештерелгән окклюдерҙан сифаты буйынса һис ҡалышмай, ә хаҡы ике тапҡырға арзаныраҡ. Тимәк, киләсәктә күберәк ауырыуҙарға ярҙам итеү, инсульт осраҡтарын кәметеү мөмкинлеге бар.
Фото:BashNews.
Читайте нас