Кеше тормошонда ауыр хәлдәр булғылап тора, ни эшләргә белмәй, кемгә мөрәжәғәт итергә ҡыймаған саҡтар ҙа етерлек. Ваҡытында күрһәтелгән ярҙам күптәрҙе өмөтһөҙлөккә төшөүҙән ҡотҡарып ҡала ала
Өфөлә йәшәгән туғыҙ йәшлек Данилдың ғаиләһе быйыл тап ошондай ауыр хәлдә ҡала. Әсәһе эшен юғалта, бер ниндәй килем сығанағы ҡалмай. Аптыраған көндән ҡатын “Изгелек” хәйриә фондына ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Бында ғаиләгә ҡыйын мәлде үткәреп ебәрергә ярҙам ҡулы һуҙалар, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәләр. Бик ваҡытлы була “Изгелек”тең изгелеге. Ғаилә яйлап аяғына баҫа. Ошо хәстәрлекте күргән малай үҙе лә ауыр хәлгә юлыҡҡандарға ярҙам итеү теләге менән яна башлай.
Яңы йыл алдынан Данил “Изгелек” хәйриә фондына кеҫәһендә йыйылған ике мең аҡсаһын күсерергә булған. Ул үҙенән бер йәшкә кесерәк Глеб Васильевҡа ярҙам итергә теләй. Ауырыу малайға терәк-хәрәкәт итеү системаһындағы тайпылыштарҙы коррекциялау өсөн вертикализатор кәрәклеген ул ишетеп белә.
Уның һигеҙ йәшлек тиҫтеренә ололар иңенә төшмәгән ауырлыҡтарҙы күтәрергә тура килгән: бер-бер артлы микроинсульттар, пневмония, балалар церебраль фалижы... Уға әсәһе менән дауаханалар юлын күп тапарға тура киләсәк әле, сире ҡаты. Ә вертикализатор малайҙың тормош сифатын яҡшыртыуға булышасаҡ, хәлен еңелләштерәсәк. Данил был ҡорамалдың ҡиммәтлеген дә яҡшы белә, уның 168 мең 158 һум торғанына иҫе китә. Үҙенең ярҙамының бәләкәй булыуын да яҡшы аңлай. Әммә был осраҡта аҙ ғына сумма ла бөйөк эштәрҙе ғәмәлгә ашырырға булышыуы мөмкин. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй. Бәлки, меценаттар араһында Данилдың дуҫына ярҙам итергә теләгәндәр табылыр?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда ла дауаға мохтаж ауыр сирле балалар, инвалидтар етерлек. 2020 йылдың башында алынған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, республикала 2 100 инвалид бала һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән 29,2 мең бала йәшәй. Күпселек ғаиләләр өсөн ҡаты сирле балаларҙы дауалау, тәрбиәләү ҡулдан килерлек түгел. Бындай осраҡтарҙа ата-әсә йыш ҡына хәйриә фондтарына мөрәжәғәт итергә мәжбүр.