Сәләмәт булайыҡ
27 Декабрь 2020, 17:00

Ваҡытында өләсәй-олатай булғығыҙ килһә...

Беҙҙең илдә өс тыуған балаға ете аборт осрағы тура килә.

Йыл һайын донъяла 50 миллион самаһы аборт теркәлә. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй донъяла тыуыу һәм аборттар яһатыу нисбәте буйынса Румыниянан ҡала икенсе урында килә. Беҙҙең илдә өс тыуған балаға ете аборт осрағы тура килә.
Һуңғы йылдарҙа илдә дөйөм аборттар һаны бер ни тиклем кәмей башлаһа ла, йәштәр араһында был күрһәткес һаман юғары. Йөклөлөктө өҙөүҙең 10 процент осрағы 19 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар өлөшөнә тура килә. Бындай ҡыҙҙар, ҡағиҙә булараҡ 14-15 йәштә енси тормош менән йәшәй башлай, 15-16 йәштә ауырға ҡалырға ла өлгөрә. 15 йәшкә тиклем ауырға ҡалған ҡыҙҙарҙың 90 проценты аборт яһай. 15-19 йәшлектәр араһында – 50 процент осраҡ.
Сәбәптәр ниндәйме? 40 процент осраҡта – үҙ теләктәре буйынса. 21 процент – ҡатын-ҡыҙ һаулығына хәүеф янауы, 15 процент – төрлө социаль проблемалар, 12 процентта – яралғы дөрөҫ үҫешмәгән саҡта.
Был ғәмәлдең эҙемтәләре ҡурҡыныс. Улар тураһында тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ. Йөклөлөктө яһалма бүлдереү, айырыуса йәш саҡта, һаулыҡ өсөн дә, репродуктив сәләмәтлек өсөн дә зыян. Бынан тыш аборт күптәрҙең психо-эмоциональ торошона йоғонто яһай.
- репродуктив функция хәүефе. Башҡа бөтөнләй ауырға ҡала алмау мөмкин. Шулай уҡ ауырға ҡалған осраҡта, баланы йөрөтөү ауырлаша, тапҡан саҡта ла проблемалары булыуы ихтимал;
– аналыҡ стенкалары бөтөнлөгө боҙола йәки ул йыртыла;
– операциянан һуң ҡан ағыуҙар;
– операция ваҡытында инфекция индереү;
– дисменорея;
– нервы, эндокрин һәм иммунитет системаһы эшмәкәрлеге боҙола;
– ауыр психологик стресс;
– горманаль сирҙәр, тромбоздар, эндометриоз, түлһеҙлек һәм башҡа сирҙәр булыуы ихтимал.
Нисек итеп йәштәр һәм үҫмерҙәр араһында аборттар осрағын иҫкәртергә һуң? Белгестәр кәңәш бирә.
- сифатлы һәм ваҡытлы енси белем биреү. Кәрәкле мәғлүмәтте төрлө кимәл уҡыу йорттарында еткерергә кәрәк. Аҙаҡ проблеманы тикшерергә, дискуссиялар үткәрәргә;
– аборт буйынса медицина учреждениеһына мөрәжәғәт иткән ҡыҙҙарға консультация һәм аңлатыу эше үткәреү;
– ғаилә һаулығын һаҡлау мәсьәләһен хәл итеүгә ир-аттарҙы ла йәлеп итеү;
– контрацепция, шул иҫәптән ашығыс контрацепция тураһында аңлатырға, уларҙы йәштәр тиҙ арала таба алырлыҡ итергә;
– аборттан һуң консультация, киләһе аборттарҙы иҫкәртергә кәрәк.
Тик нисек кенә яуаплылыҡты белем биреү һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына һалырға тырышһаҡ та, енси тәрбиә ғаиләлә башланырға тейеш. Ата-әсә балалары менән йәшенә ҡарап даими рәүештә аңлатыу эше алып барырға тейеш. Ваҡытында өләсәй-олатай булғығыҙ килә икән, балағыҙ менән бәләкәйҙән яҡын булығыҙ, дөрөҫ тәрбиә бирегеҙ.
Фото: okeydoc.ru
Читайте нас