Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Декабрь 2020, 14:30

2021 йыл ниндәй исем аҫтында үтәсәк?

Радий Хәбиров бөгөн ҡарарын әйтте.

Башҡортостанда һәр йыл илдәге кеүек үк бер темаға арнала һәм уның дауамында шул йүнәлешкә ҙурыраҡ иғтибар бирелә. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә 2021 йылдың исеме билдәләнде.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың йыл һөҙөмтәләренә арналған сығышынан һуң, Радий Хәбиров 2021 йылды Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы тип билдәләргә тәҡдим итте. Тейешле документтарға бөгөн ҡул ҡуйыласаҡ.
– Был иң мөһиме, иң ҡиммәтлеһе – кешеләрҙең ғүмере һәм сәләмәтлеге, реабилитация программалары һәм башҡалар. Республикала бының өсөн ресурстар етер тип уйлайым, – тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш Максим Забелин быйылғы яуаплы һәм мөһим эшмәкәрлеге өсөн генерал Миңлеғәле Шайморатов ордены менән наградланды.
– Был награда барлыҡ министрлыҡ өсөн, беҙҙең ҙур командаға. Ҙур аванс, эшебеҙгә ҙур баһа, – тине Максим Забелин.
Читайте нас: