Бөгөн медицина мөмкинлектәре иҫ киткес алға киткәнлеге тураһында һөйләп тораһы түгел – ҡаҙаныштар хаҡында матбуғат саралары кемуҙарҙан таныштыра. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы саҡта тәүге ҡарамаҡҡа иң ябай тойолған сирҙәрҙе бер ниндәй дарыу ҙа алмағанын инҡар итеп булмай. Ундай саҡта халыҡ медицинаһы ярҙамға ашыға, сөнки быуындан-быуынға күсә килгән, һыналған саралар бәғзе осраҡта иң алдынғы дарыуҙарҙан көслөрәк. Бөгөн тәҡдим иткән рецепт өлгөләрен уҡыусыларыбыҙ яҙып ебәргән. Уларҙы һынап ҡарарғамы-юҡмы икәнлеген үҙегеҙ хәл итегеҙ һәм табип менән кәңәшләшергә лә онотмағыҙ.
Күҙҙең нурын һаҡлау серҙәре
Балаҡатай районынан Рәүзәнә Килдеғолова түбәндәге кәңәштәрҙе тәҡдим итә:
“Миңә 62 йәш, хаҡлы ялдамын. Күҙҙәрем хаҡында хәстәрҙе иртәрәк күрә башламауыма үкенәм, шуға ла кәңәштәремде яҙып ебәрергә булдым: бәлки, берәйһенә кәрәге тейер.
1. Шулай итеп, иртән, уяныу менән, күҙҙәрегеҙҙе асығыҙ һәм матур, ыңғай нәмәләр тураһында уйлағыҙ. Мәҫәлән, урман буйлап китеп бараһығыҙ икән, ти, тәбиғәт ҡосағында ял итәһегеҙ...
2. Яратҡан доғағыҙҙы уҡығыҙ. Был көнөгөҙгә йүнәлеш бирер.
3. Арҡала ятҡан килеш, асыҡ күҙҙәр менән алфавитты “яҙып” сығығыҙ. Был күҙҙәр өсөн – яҡшы күнекмә.
4. Аш-һыу бүлмәһендә ауыҙығыҙға бер ҡалаҡ көнбағыш майын ҡабығыҙ һәм уны йотмайынса, ауыҙ эсендә биш минут самаһы йөрөткәс, төкөрөгөҙ. Унан һуң ошо уҡ күнекмәне берәй алкоголле эсемлек менән ҡабатлағыҙ, шулай уҡ йотмағыҙ. Төкөргәндән һуң теш таҙартығыҙ.
5. Паразиттарҙан ҡотолоу өсөн (ә улар күҙҙәрҙә лә йәшәй) әрем төнәтмәһен эсегеҙ. Мин дарыухананан алғанын ҡулланам (1/4 стакан һыуға – ун тамсы). Уны бер ай эсәм, унан ике ай ял итәм. Артабан тағы башлайым.
6. Йыуынғанда күҙ өсөн контраслы душ эшләгеҙ: уларҙы йомоғоҙ һәм сиратлап йылы (ун тапҡыр) һәм һалҡын (биш тапҡыр) һыу аҫтына ҡуйығыҙ.
7. Күҙҙәрҙе календула төнәтмәһе менән йыуырға мөмкин, тик уны кистән әҙерләп, һөҙөп ҡуйыу зарур. Уны тамыҙырға ла була, шулай уҡ ваннаһы ла файҙалы: аш ҡалағына төнәтмә һалығыҙ ҙа, күҙҙе шуға ҡуйып, асып-ябығыҙ. Һәр күҙ өсөн – айырым ҡалаҡ.
8. Лимон киҫәгенә ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Бер аҙ һыуынғас, эсегеҙ. Аҫҡы күҙ ҡабағына еңелсә массаж эшләгеҙ. Күҙҙәр ябыҡ булырға тейеш.
9. Көндөҙ ваҡыты-ваҡыты менән бер минут буйы күҙҙе йыш ҡына асып-йомоп алығыҙ, быны көсөргәнешһеҙ эшләгеҙ. Был ҡан йөрөшөн яҡшырта, ял бирә.
10. Йоҡлар алдынан күҙгә контраслы душ эшләгеҙ. Был юлы һалҡын һыуҙан башлағыҙ.
11. Календула төнәтмәһенә килгәндә, бер ҡалаҡ үләнде бер стакан ҡайнар һыу менән төнәтегеҙ. Ғәҙәттә, мин укроп, фенхель орлоҡтарынан, йәшел сәйҙән яһалған төнәтмәләрҙе сиратлап ҡулланам. Сәләмәт булығыҙ!”