Вирустың ял итергә иҫәбе юҡ. Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар республикала тағы ла 164-кә артты. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, пандемия осоронда хәүефле сирҙе бөтәһе 18 395 кеше эләктергән, 132 ауырыу вафат булған.
Әле стационарҙа 894 пациент, амбулатор шарттарҙа 2 868 ауырыу дауалана. 71 ауырыу ауыр хәлдә, 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Һуңғы тәүлектә 70 ауырыу һауыҡҡан. Үлем осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй. Пневмония осраҡтары ла кәмемәй, тәүлек эсендә 353 кешегә ошо диагноз ҡуйылған.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 28 284 кешелә коронавирус асыҡланған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 552 ауырыуҙы табиптар ҡотҡара алмаған. Бөтәгеҙҙе лә санитария-гигиена талаптарын үтәргә саҡырабыҙ, байрам мәшәҡәттәре уяулыҡты, йыйнаҡлыҡты оноттормаһын, үҙегеҙҙе генә түгел, яҡындарығыҙҙы ла һаҡлағыҙ.