Өфөнөң 2-се балалар поликлиникаһы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәткән медицина ойошмаһының яңы моделе” проектын ғәмәлгә индерә.
Эштең бөтә йүнәлештәрендә “Һаҡсыл поликлиника” принциптары файҙаланылған: регистратураның, бүлектәрҙең эше, ҡабул итеү һәм вакицнация графигы, дәүләт һатып алыуҙары ҡулайлаштырылған; көндөҙгө стационарҙың эшен ойоштороуға, белгестәргә яҙылыу системаһын, пациенттарҙың электрон карталары менән эшләүҙе камиллаштырыуға ҙур иғтибар бирелә; медицина учреждениеһында табипҡа яҙылыу, вакцинация үтеү, башҡа процедуралар өсөн берҙәм номер булдырылған.; поликлиника эсендә бүлектәр буйлап уңайлы навигация системаһы барлыҡҡа килгән.