Сәләмәт булайыҡ
28 Декабрь 2020, 09:25

“Һөйәлдәрҙең эҙе лә ҡалманы...”

“Ҡыҙыма 11 йәш тулғас, ҡулдарында һөйәлдәр хасил булды. Улар йәмһеҙ генә түгел, бик ныҡ ҡамасаулайҙар ҙа. Баламдың тыуған көнөнә апаһы балдаҡ бүләк иткәс, хатта уларҙы ла бармағына кейә алманы, сөнки һөйәлдәре ауырта ине.

Белорет районынан Хәлиҙә Искән­дә­рова исемле уҡыусыбыҙ бына ошондай ҡыҙыҡлы дауа ысулын яҙып ебәргән:


“Ҡыҙыма 11 йәш тулғас, ҡулдарында һөйәлдәр хасил булды. Улар йәмһеҙ генә түгел, бик ныҡ ҡамасаулайҙар ҙа. Баламдың тыуған көнөнә апаһы балдаҡ бүләк иткәс, хатта уларҙы ла бармағына кейә алманы, сөнки һөйәлдәре ауырта ине.


Ҡыҙым бик борсолдо, илап та алғыланы. Бер мәл кейәү тейешле кеше бик ябай һәм ҡыҙыҡлы кәңәш бирҙе.


Ышанып бөтмәһәк тә, ҡулланып ҡарарға булдыҡ: ҡоро тары ярмаһын алдыҡ, уны мис­кәгә һалдыҡ, ҡыҙым тарыны усына ал­ды ла ҡул йыуған һымаҡ хәрәкәттәр яһаны.


Унан был тарыны ҡараңғы мөйөшкә түктек. Һүҙ һарай йәки келәт мөйөшө хаҡында бара.


Ошонан һуң баланың ҡулындағы һөйәл­дәр бөткәнен хатта һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Ә бит быға тиклем дарыухананан дарыуҙар алып яндырып та ҡараған булды, әммә һө­ҙөмтә бирмәне. Бығаса халыҡ медици­наһына шикләнеп ҡарай инем, ошо осраҡ мине хайран ҡалдырҙы. Кемгәлер, бәлки, килешер, эшләп ҡарағыҙ”.
Читайте нас