Сәләмәт булайыҡ
29 Декабрь 2020, 17:00

Радий Хәбиров коронавирустан прививка эшләткәнме?

"Минең улымда ла инде антиматдәләр бар", - тине республика етәксеһе.

Әлеге ваҡытта тура эфирҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҙур матбуғат конференцияһы бара.
Тәүге һорауҙың коронавирус инфекцияһына бәйле булыуы ғәжәп түгел. Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостанда был инфекция менән нисә кешенең зарарланғаны аныҡ билдәле түгел, сөнки кемдәрҙеңдер симптомһыҙ сирләүе лә мөмкин.
– Һандарҙың рәсми мәғлүмәттәрҙән айырыла алыуын аңлайбыҙ. Минең улымда ла инде антиматдәләр бар, – тине ул. – Үлемгә килгәндә, эйе, быйыл уларҙың артыу теркәлде. Бик күптәр сирләне. Беҙ вакцинация башланыҡ, Яңы йылдан һуң препараттың ҙур партияһы киләсәк.
Радий Хәбиров белдереүенсә, ул үҙ теләге менән тәүгеләрҙән булып прививка һалдырған.
– “Спутник” прививкаһы сығыу менән үҙ теләгем буйынса һалдырҙым. Мин үҙемдең эшемә етди ҡарайым, әгәр сирләп китһәм, республика менән идара итеү юғалыр тип ҡурҡтым. Үҙемде яҡшы тоям. Вакцинаны бөтәбеҙгә лә яһатырға кәрәк буласаҡ, – тине төбәк етәксеһе.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас