Сәләмәт булайыҡ
30 Декабрь 2020, 14:30

Әлегә ал да юҡ, ял да юҡ...

Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге байрам көндәрендә нисек эшләйәсәк?

Көтөп алған Яңы йыл байрамы, оҙайлы каникулдар яҡынлаша. Ғәҙәттәгесә, һәр йылды ҙур өмөттәр менән, матур теләктәр теләп ҡаршы алабыҙ. Быйыл бөтә донъяны баҫып алған хәүефле коронавирус инфекцияһы тормошобоҙҙоң йәмен ебәрһә лә, ул байрам кәйефен боҙмаҫ, Яңы йылды изгелек, ярҙамсыллыҡ, мәрхәмәтлек тойғолары менән ҡаршылау мөмкинлеген насип итер тип уйлайбыҙ.
Кемдер ғаиләләре менән ял иткәндә, икенселәргә хеҙмәт итергә, именлек һағында торорға тура киләсәк. Шуларҙың береһе – “Торатау” конгресс-холында ойошторолған Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге. Әлегә уның операторҙарына, эксперттарына, техник хеҙмәткәрҙәренә ал да, ял да юҡ, сөнки илдә вирус таралыуы менән бәйле хәл көсөргәнешле.
Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге байрам көндәрендә нисек эшләйәсәк? Ай ярым элек ойошторолған коллектив эшмәкәрлегендә ниндәй үҙгәрештәр бар? Ошо һорауҙар менән уның координаторы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рима Әмир ҡыҙы Үтәшеваға мөрәжәғәт иттек. Табип һәр ваҡыттағыса ихлас һәм тәфсирләп үҙәктең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
- Бөгөн иртә менән генә йөҙгә яҡын кешенең һорауына операторҙар яуап бирҙе. Халыҡ, табиптар, поликлиникалар, һаулыҡ һаҡлау министрлығы, район хакимиәттәре башлыҡтары һәм эксперттарҙы бер усҡа туплаған һәм эшен сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлткән үҙәк һорауҙарға аныҡ яуап биреүҙән тыш, реаль ярҙам күрһәтә, медицина ойошмалары иңенә төшкән иҫ киткес ҙур көсөргәнеште кәметә. Беҙ уны саҡ ҡына алдараҡ ойошторғанда, әлбиттә, нығыраҡ отор инек.
Тәүге осорҙа шылтыратыусылар өмөтһөҙлөктән асырғанып, ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй, асыу-ярһыу ҡатыш ҡәнәғәтһеҙлек белдерһә, һуңғы осорҙа үҙәк эшмәкәрлегенә ышаныс көсәйеүе һиҙелә, һөйләшеү тыныс, һөҙөмтәле үтә. Кеше беҙгә өмөт бағлап, ярҙам ҡулы һуҙыуыбыҙға ышанып мөрәжәғәт итә. Тәүҙә табиптарға ҡарата негатив тойғолар ташып, тәнҡит һүҙҙәре күберәк яңғыраһа, хәҙер рәхмәт һүҙҙәре лә ишетелә. Һуңғы осорҙа өлкәндәр йышыраҡ шылтырата, кемгәлер дарыу, аҙыҡ-түлек кәрәк, ҡасан беҙгә прививка яһаясаҡтар, тип һорағандар ҙа бар.
Шуныһы аптырата ла, һоҡландыра ла: көнө буйы баш ҡалҡытмай төрлө ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә, кәрәк саҡта эксперттар, министрлыҡ белгестәре ярҙамына таянып, ашығыс яуап бирергә бурыслы операторҙарға ҡытлыҡ юҡ. Миһырбанлы, фиҙакәр, кеше ҡайғыһына битараф булмаған кешеләр беҙгә килә. Был сифаттарҙың бөгөн заманса технологияларҙы яҡшы үҙләштереүҙән дә мөһимерәк икәнен аңланыҡ.
Байрам көндәрендә үҙәк иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк. 25 оператор эш урындарында буласаҡ. Коронавирус ял көндәрендә ялға туҡтамаясаҡ, хатта уның төрлө сәбәптәр арҡаһында кинәт таралып китеү ихтималлығы ла бар. Шуға күрә сирҙе эләктермәү өсөн байрамда ла осрашыуҙарҙы кәметеү, аралашмау, санитария-гигиена талаптарын үтәү бик мөһим, - тине Рима Үтәшева.
Үҙәк Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса кешеләргә оператив ярҙам күрһәтеү маҡсатынан булдырылғайны. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “йомшаҡ” яҡтарын (поликлиника эше, анализдар, ашығыс ярҙам...) белеү эште нисек ойоштороу кәрәклеген күрһәтте. Тәүҙә анализдар юғалыуы, уларҙы алып булмауы, дауаханаларҙа ятҡан туғандарының хәлен белә алмауҙары тураһында һорауҙар күп булды. Профессионалдарҙан, үҙ эшен белгән табиптарҙан башҡа Үҙәк эшмәкәрлеген күҙ алдына килтереүе ауыр. Башҡортостан дәүләт медицина университетының профессор-уҡытыусылар коллективы һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу, даими структур бурыстарҙы хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә алды.
Үҙәктең эшмәкәрлеген аңлап етмәгәндәр ҙә барҙыр. Кеше шылтыратыу менән оператор скрипт (әҙер сценарий) ярҙамында уға яуап ҡайтара, әгәр һорау ҡатмарлы йәки кеше яуап менән ҡәнәғәт түгел икән, заявка экспертҡа бирелә. Ул үҙенең эш урынында операторҙың нимә яҙғанын уҡығандан һуң, кешегә шылтыратып, хәлде асыҡлай, Республика медицина мәғлүмәт-аналитик системаһы аша йортҡа табип саҡырта. Әгәр ул да мәсьәләне үҙ кимәлендә хәл итә алмаһа, заяка Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тапшырыла.
Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге етәксеһенең генә ҡулынан килерлек, ашығыс рәүештә хәл итә торған һорауҙар ҙа була. Роспотребнадзор һәм Гигиена һәм санитария үҙәге менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырылған. Төрлө йүнәлештәр буйынса чаттар булдырылған: стационар, анализдар, амбулатор ярҙамы, ашығыс ярҙам, моргтар...
Һуңғы осорҙа телефондар һирәгерәк шылтыраһа ла, уның ҡарауы һорауҙар ҡатмарлыраҡ була бара, ти операторҙар. Был осраҡта кәңәшләшеп, коллегиаль рәүештә хәл итергә тура килә. Республиканың ниндәй генә мөйөшөнән шылтыратмайҙар, ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәйҙәр бөгөн үҙәккә!
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһына кисектергеһеҙ ярҙам кәрәклеге яҡшы күренгән. Әлеге хәүефле мәлдә социаль көсөргәнеште кәметеүҙә үҙәк хеҙмәткәрҙәренең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Яңы йылда уларға күңел тыныслығы, сәләмәтлек теләйбеҙ!
Фото:"Ватандаш".
Читайте нас