Сәләмәт булайыҡ
29 Декабрь 2020, 20:15

Шашты был вирус...

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ковид ҡорбандары тағы ла артҡан.

Республикала тәүлек эсендә коронавирус ҡорбандары өс кешегә артып, бөтәһе 135-кә етте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, һуңғы тәүлектә тағы 167 кеше сирҙе йоҡторған.
Пневмония осраҡтары ла арта, тәүлек эсендә 367 кеше сиргә дусар булған. Башҡортостанда коронавирусты йоҡторғандарҙың дөйөм һаны бөгөн 18 562-гә етте. Стационарҙарҙа әле 878 пациент дауалана. Уларҙың 71-е ауыр хәлдә, 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа дауаланғандар өс меңдән ашҡан.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә вирусты 27 787 кешенең йоҡторғаны асыҡланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар 487 пациентҡа ярҙам итә алмаған.
Байрам алды көндәрендә санитария-гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәү айырыуса мөһим. Үҙегеҙҙе лә, яҡындарығыҙҙы ла инфекциянан һаҡларға тырышығыҙ.
Фото: News.myseldon.com
Читайте нас