Яңы аппарат, иҫкеһен һүтеп алғас, быйыл 22 октябрҙә тулы көсөнә эшләй башланы. Ике ай эсендә компьютер томографында 1720 тикшереү уҙғарылған.
– Яңы аппарат эшебеҙҙе байтаҡҡа еңеләйтә, эске ағзалар күсермәһенең сифаты яҡшыра, компьютер төрткөһөнә бер ҡағылыу менән сканер эшләй башлай, шунда уҡ ағзаларҙың күсермәһе анализлау өсөн эш компьютерында күренә, – ти табип-рентгенолог Раил Бикмәтов.