Республика оператив штабының 1 ғинуарға биргән мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар тағы ла 170-кә артҡан. Шулай итеп, сиргә юлыҡҡандарҙың дөйөм һаны 19 234 кешегә етте.
Һуңғы тәүлектә COVID-19 вирусы йәнә өс ауырыуҙың ғүмерен өҙгән. Вирус ҡорбандары һаны республикала 145 тәшкил итә. Әле стационарҙарҙа - 749, амбулатор шарттарҙа 3 187 ауырыу дауалана.
Вирус өсөн ал да, ял да юҡ, уның һис көтөлмәгән ерҙә беҙҙе һағалауы ихтимал. Һиҙгерлекте юғалтмаҫҡа, санитария-гигиена талаптарын теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Битлек әлегә беҙҙең өсөн көндәлек атрибут булып ҡала, үҙегеҙҙе генә түгел, яҡындарығыҙҙы ла ҡурсаларға, иҫкәртергә онотмағыҙ.