Сәләмәт булайыҡ
1 Ғинуар 2021, 12:30

Яңы ФАП-та уңайлы шарттар булдырылған

Өфө районының Чернолес ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Өфө районының Чернолес ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Майҙаны 103,3 квадрат метрлыҡ һәм өс миллион 754 мең һумлыҡ объект шәхси эшҡыуар М.И. Ғизәтуллин тарафынан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” проектына ярашлы һалынды.
Ошондай объекттарға ҡуйылған заман талаптарына яуап биргән биналарҙан тыш, ФАП-та дарыуҙар, медицина ҡалдыҡтарын һаҡлау, стерилләү бүлмәләре бар. Биләмәне төҙөкләндереү һәм инженерлыҡ коммуникацияларына тоташтырыу эштәрен район муниципалитеты башҡарған.
Чернолес амбулаторияһына 2018 йылдан “Ауыл табибы” программаһы буйынса эшкә килгән Тимур Ғәлийәнов етәкселек итә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул үҙен яуаплы, тырыш, оҫта белгес итеп күрһәтте. Ул етәкселек иткән ФАП хәҙер медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле шарттар булдырылған заманса бинала урынлашҡан.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Читайте нас