“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы журналисы Рафаэль Хәкимов коронавирустан ҡурсалаусы вакцинаның нисек эшләүен үҙендә һынап ҡараясаҡ. Егет Өфөнөң 52-се поликлиникаһында прививка яһатҡан. ”Гам Ковид Ваг” уның организмына нисек тәьҫир итеүен, ниндәй эҙемтәләре булыуын уның мәҡәләләр серияһы аша уҡып беләсәкбеҙ.
Ул журналистар араһынан беренсе булып вакцинаны һынап ҡараясаҡ. Гел ваҡиғаларҙың алға һыҙығында булырға күнеккән хәбәрсенең бындай аҙымға барыуы ғәжәп тә түгел. ”Вакцина яһатырға тәҡдим иткәс тә, медицина хеҙмәткәрҙәре менән бергә прививка ҡаҙатырға риза булдым. Рәсәй фәненең ҡаҙаныштарына ышанам”, - ти ул.
Прививка яһатыу кабинетына бишәрләп индерәләр, процедура бер нисә секунд дауам итә. Ваҡыт бында ҙур роль уйнай. Вакцинаны махсус һыуытҡыста ғына килтерергә мөмкин. Препараттың тәьҫирлеге юғалмаһын өсөн тәүге минуттарҙа уҡ яһарға кәрәк, тип аңлата табиптар. Әгәр ковид менән сирләгәнһегеҙ икән, прививка яһатырға ярамай.
Вакцинациянан һуң Рафазль Хәкимовтың организмында антиесемдәр барлыҡҡа киләсәк, уларҙың сиргә ҡаршы тороусанлығын көсәйтеү өсөн процедураны өс аҙнанан ҡабатларға тура киләсәк. Журналист был ваҡытты бушҡа әрәм итмәйәсәк, үҙенең хәл-торошон күҙәтеп, үҙгәрештәрҙе билдәләп барасаҡ. “Процедура еңел үтте, вакцинаның нисек тәьҫир итеүе тураһындағы яҙмаларымды “Башинформ” агентлығы сайтында уҡырһығыҙ”, - ти журналист.