Сәләмәт булайыҡ
2 Ғинуар 2021, 08:30

Илдус бабайҙан өлгө алығыҙ

Ҡыйғы районында 83 йәшлек хеҙмәт ветераны Илдус Әхмәҙуллин марафонға сыҡты.

Йылдың тәүге көнө “Вәғәҙәләр йүгереүе” марафоны менән иҫтә ҡалды. Ул 2021-гә яҡшы старт бирҙе тип әйтә алабыҙ.
Ҡыйғыла Яңы йыл календары буйынса иғлан ителгән бындай сара беренсе тапҡыр уҙа. Халыҡ район Мәҙәниәт йорто алдына йыйыла. Марафон шарттары буйынса, һәр ҡатнашыусы яңы йылда ниҙәр эшләргә вәғәҙә биреп, 2021 метр арауыҡты үтә.
Ҡыйғыларҙың теләктәре төрлө: тәмәке тартыуҙы ташларға, йортон төҙөп бөтөргә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарарға һәм башҡалар.
Иң бәләкәй ҡатнашыусыға дүрт йәш булһа, иң өлкәне - 83 йәшлек хеҙмәт ветераны Илдус Хәҙиулла улы Әхмәҙуллин.
“Халыҡ саранан ыңғай тәьҫораттар алды, ышанысы артты”, – ти Ҡыйғы район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәре.
Читайте нас