Сәләмәт булайыҡ
3 Ғинуар 2021, 18:00

Көрәш дауам итә

Быйыл республикала коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы тороу йәһәтенән бик ҙур эштәр башҡарылды.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында йыл һөҙөмтәләрен барлап, министр Максим Забелин тармаҡҡа ҡағылышы төп мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, тип билдәләп үткәйнек.
Улар менән бер рәттән, быйыл коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы тороу йәһәтенән бик ҙур эштәр башҡарылды.
Беренсенән, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тиҙ арала COVID-19 вирусын йоҡторғандар өсөн койка-урындарҙың профилен үҙгәртте, уларҙы кислород һәм тейешле ҡоролмалар менән тәьмин итте.
Икенсенән, Өфө районының Зубов ауылында, Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер нисә ай эсендә төҙөлгән ике заманса клиник-диагностика инфекция үҙәге асылыуы ил кимәлендәге ваҡиға булды.
Шулай уҡ, кадрҙар мәсьәләһе лә бик мөһим: оператив режимда медицина персоналын әҙерләү тормошҡа ашырылды. Бөгөн COVID-19 менән сирләгәндәргә 946 табип, 1600 урта һәм 700-ҙән ашыу бәләкәй медицина персоналы ярҙам күрһәтә.
16 ноябрҙән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Өфөлә Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге эшләй башланы. Белеүебеҙсә, эпидемиологик хәлгә бәйле, медицина учреждениеларының иңенә ятҡан көсөргәнеш ҙур, бигерәк тә ҙур ҡалаларҙа был аныҡ һиҙелә.
Медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре консультатив ярҙам күрһәтеү түгел, сирлеләрҙе хеҙмәтләндереү йәһәтенән дә ҙур көсөргәнеш кисерә. Үҙәктең төп маҡсаты тап ошо: медицина хеҙмәткәрҙәре иңенә ятҡан йөктө кәметеү, халыҡҡа консультатив ярҙам күрһәтеү.
Әлегә коронавирус инфекцияһы менән көрәш дауам итә, медицина хеҙмәткәрҙәре – алғы һыҙыҡта.
Нисек кенә булмаһын, пандемия беҙгә бихисап һабаҡ бирҙе: тормош ҡиммәттәрен ҡабаттан баһаларға, яҡындарҙың ҡәҙерен белергә, һәр көнгә шатланып йәшәргә өйрәтте. Был үҙенсәлекле, тынғыһыҙ, ҡатмарлы осор ҙа ҡасандыр, мөмкин тиклем тиҙерәк тарихта ҡалыр тип ышанайыҡ, һау-сәләмәт булайыҡ.
Фото: rbk.ru
Читайте нас